

Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы тыуған ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында психолог һөнәрен үҙләштерә.
Тап ошонда тормошон үҙгәртер егет менән осраша. Музыкант һөнәренә уҡып йөрөгән Илдар мөләйем йөҙлө Нурияны бер күреүҙән оҡшата.
Хеҙмәт юлын Байғаҙыла башлаһа, аҙаҡ килен булып төшкән ерендә - Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбендә эшләй. Тормош ҡушыуы буйынса 2012 йылда йәштәр район үҙәгенә күсенгәс, Нурия Наил ҡыҙы Иҫке Собханғол мәктәбендә психолог булып эшләй башлай.
Тормош иптәше Илдар Рәфҡәт улы олимпия резервы спорт мәктәбендә тренер. Ул балаларға грэпплинг буйынса күнекмәләр үткәрә. Тренерҙың һәм уның уҡыусыларының бик күп ҡаҙаныштары бар. Республика, Рәсәй буйынса чемпиондар әҙерләгән Илдар Рәфҡәт улының хыялы - көслө рухлы балалар тәрбиәләү. Ул шулай уҡ Баҙал башланғыс мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы ла.
Көн һайын бер генә аҙым яһаһаң да, маҡсат иткән ереңә яҡыная бараһың, тигән бер аҡыл эйәһе. Шуның кеүек, йәштәрҙең сослоғо һөҙөмтәһе булып, бер нисә йылдан бәләкәй йорттарына төкәтмә төкәтелеп, ҙур йорт ҡалҡып сыға. Ғаилә башлығы тимер, ағас, баҡса эшенә оҫта. Ишек алдындағы ҡаралтыларҙы үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Әйткәндәй, төрлө ҡош-ҡорт та алып үҫтерәләр.
-Балаларҙы тәрбиәләүҙә тормош иптәшемдең ярҙамы бик ҙур. Малайҙарға, айырыуса атай тәрбиәһе бик мөһим. Ул ғаиләһендә өс ҡыҙ араһында үҫкән бер бөртөк малай. Уны ғәҙел, оҫта ҡуллы, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ир-уҙаман итеп үҫтергән ҡайны-ҡәйнәмә ҙур рәхмәт. “Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән” тиҙәр. Ысынлап та, кешенең тормошҡа ҡарашына, холҡона, хатта ябай ғына ғәҙәттәренә лә ата-әсәһе, ғаиләлә алған тәрбиә ҙур йоғонто яһай. Ул-ҡыҙҙарымды үҫтергәндә дөрөҫ башланғыс һалыусы - минең ата-әсәйем, - ти Нурия.
Атаһы Наил Хисаметдин улы (мәрхүм) колхозда механизатор булып эшләгән. Әсәһе Вәзирә Хәлфетдин ҡыҙы ауыл хакимиәтендә секретарь вазифаһын алып бара, балалар баҡсаһында мөдир, аҙаҡ ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
-Ғаиләлә ниндәй әсәй, ҡатын-ҡыҙ булырға икәнлеген мин тап әсәйемдән күреп, унан үрнәк алып үҫтем. Уның аш-һыуға оҫта, ҡунаҡсыл, ипле булыуы мине хайран итә торғайны. Ауырлыҡтарға бирешмәй, тормош ҡанундарына таянып йәшәүе мине лә шулай йәшәргә өйрәтте. Ғаиләлә беҙ 4 бала - 3 ҡыҙ, бер малай үҫтек. Апайым, ағайым һәм һеңлем менән дуҫ, татыубыҙ. Туғанлыҡ ептәрен нығытып, бик матур аралашып йәшәйбеҙ. Бында ата-әсәйебеҙҙең тәрбиәһе ҙур роль уйнай, сөнки әсәйем беҙҙе бер-беребеҙгә терәк булырға өйрәтте. Мин дә үҙ балаларымды тап әсәйем тәрбиәһе менән үҫтерәм, - ти әсә.
Киләсәккә яҡты өмөт һәм ышаныс менән баҡҡан, үҙ көстәренә ышанған мөхәббәтле, уңған Ырыҫйәновтар балаларына матур тәрбиә бирәләр, киләсәктәрен хәстәрләп, төрлө яҡтан үҫтерергә ынтылалар.
Оло ҡыҙҙары Юлиә 9-сыны тамамлағандан һуң, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҡыған. Әлеге ваҡытта балаларҙы ихлас яратҡан йәш ҡыҙ ғаиләләргә бала ҡараусы хеҙмәттәрен күрһәтә. Алһыу 10-сы класта химия һәм биология йүнәлешендә уҡый, киләсәктә теш табибы булырға хыяллана. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған Алһыуҙың спорт өлкәһендә лә уңыштары бихисап. Грэпплинг буйынса бик күп ярыштарҙа ҡатнашҡан Алһыуҙың иң ҙур еңеүҙәре алда әле. Тырыш, ныҡышмал ҡыҙ 4 тапҡыр республика чемпионы, ПФО буйынса 3 тапҡыр 2-се урын, Рәсәй буйынса Мәскәүҙә үткән ярышта 3-сө урын яулаған. Хатта үҙе лә 8 йәштән өлкән ҡыҙҙарға грэпплинг буйынса күнекмәләр үткәрә башлаған.
Ырыҫйәновтарҙың ырыҫлы тормоштарын тағы ла йәмләп бер-бер артлы донъяға килгән малайҙары – өй шатлыҡтары. 5 йәшлек Дауыт балалар баҡсаһының өлкәндәр, 3 йәшлек игеҙәктәр Юныс менән Иҙрис уртансылар төркөмөндә. Сос, шаян, тиктормаҫ малайҙар атайҙары үткәргән күнекмәләргә йөрөй. Дауыт һүрәт төшөрөргә ярата.
Яратып, күңел һалып башҡарған эш һәр ваҡыт уңа. Шуға балаларын һөйөүгә төрөндөрөп үҫтерергә тырышҡан Нурияны әлеге ваҡытта “декретта ултыра” тип әйтеү урынһыҙ, сөнки ул бер ҙә тик ултырмай. Буш ваҡытында оҫталыҡ дәрестәре алып, бешеренеү серҙәренә төшөнә. Белгәндәрен ҡыҙҙарына өйрәтеп, улар ҙа хәҙер роллы, пицца кеүек ризыҡтарҙы “һә” тигәнсе әҙерләп тә ҡуялар, ҡустыларын төрлө тәмлекәстәр менән һыйлайҙар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар “Бәйләнештә” селтәре аша Нурия асҡан альбомдарҙан заказ биреп кейем, өй кәрәк-яраҡтары алдырта.
-Бер-бер артлы өс улым менән декрет ялында ултырған ваҡытта балалар йыш ауырып, төрлө дарыуҙар менән дауаланған саҡта Малайзия компанияһы, туҡланыу, таҙарыныу тураһында мәғлүмәт ишеттем. Үҙебеҙҙең ғаиләлә күп кенә һөҙөмтәләргә ирешкәс, яйлап кешеләргә лә был продукттар хаҡында һөйләй башланым. Малайҙар үҫә төшкәс, декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәгендә офис асып, продукцияларҙың файҙаһы тураһында презентациялар үткәрә башланым. Бөгөнгө көндә командала 200 партнер үҙ һаулыҡтарын нығыта. Һаулыҡ - ҙур байлыҡ, тигәндәй, был эш күңелемә ятты, киләсәктә лә ошо юҫыҡта эшемде дауам итергә ниәт, - ти Нурия Наил ҡыҙы.
Нурия менән Илдар ишле ғаиләнән булғанға күрәлер, баштан уҡ күп балалы атай-әсәй булырға хыяллана.
-Класташымдың, бер яңғыҙыма күңелһеҙ, тип һөйләгәне ныҡ хәтерҙә ҡалып, киләсәктә бер-береһе менән аралашып, кәңәшләшеп йәшәрлек балалар үҫтерергә хыялландым. Күмәк бала тәрбиәләү ауыр түгел, сөнки улдарымдың яратҡан, улар өсөн өҙөлөп торған апайҙары бар. Апайҙарына һүҙ тейҙермәйҙәр, яҡларға ғына торалар. Балаларыбыҙ үҙ-ара татыу, ярҙамсыл, бер-береһенә иғтибарлы. Яҡындарын белеп үҫһендәр өсөн ике яҡтың да туғанлыҡ ептәрен тигеҙ тартабыҙ. Ара алыҫ, тип тормай, иптәшемдең тыуған яҡтарына - Сибайға ял көндәрендә, байрамдарҙа йыш ҡайтып йөрөйбөҙ, - ти “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән Нурия Наил ҡыҙы.
Ә. ЮЛСУРИНА.