Йәмғиәт
5 Декабрь 2025, 14:11

Яугирҙарға тағы ла өс мунса әҙер

Махсус хәрби опеацияла йөрөүсе егеттәргә бар хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыусы райондаштарыбыҙ бихисап. Яңыраҡ ҡына ҡоролмалар, блиндаждар төҙөү өсөн 25 кубометр таҡта оҙатылһа, һәр ауылда маскировка селтәре үреү, блиндаж шәме эшләү буйынса эштәр әүҙем бара. Ә МХО-ға мунса эшләп оҙатыу буйынса район республикала тәүге урынды биләй.

Яугирҙарға тағы ла  өс мунса әҙерЯугирҙарға тағы ла  өс мунса әҙер
Яугирҙарға тағы ла өс мунса әҙер

Үткән аҙнала Иҫке Монасиптан гуманитар ылауға ҡушып ебәреү өсөн мунса алып килделәр.

-Егеттәргә мунса кәрәклеген ишетеп ҡалғас, ауыл советы депутаты Маргиз Әмирхановтың инициативаһы менән эшкә тотондоҡ. Ауыл халҡы менән аҡса йыйып, кәрәкле материалдар алдыҡ. Аҡса йыйыуҙа шулай уҡ ауылдан ситтә йәшәгән Иҫке, Яңы Монасип, Нәби ауылдарының йәш егеттәре берләшкән «Ҡыҙыл таң» төркөмө ихлас ҡатнашты.

Уларға һәм мунсаны эшләшкән егеттәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Яуҙағы егеттәр имен-һау йөрөһөн, - тине Иҫке Монасип ауыл советы депутаты Рәжәп Ҡунафин.
Мунсаны төҙөүҙә ауылдың әүҙем егеттәре - Венер, Маргиз, Илшат Әмирхановтар, Владик Баймырҙин, Айтуған, Айсыуаҡ Атауллиндар, Фидан Хәлитов, Йәлил Ҡунафин, Раян Йомағолов, Рифат, Фуат Баймырҙиндар, Илфат Хисмәтуллин, Илгиз Муллағолов, Кәрим Бикмәтов, Рәмис Хәлитов ҡатнашҡан.

2 декабрҙә лә район үҙәгенә Иҫке Мөсәттән һәм Ғәләкбәрҙән мунсалар килеп етте.

Иҫке Мөсәт ауылының егеттәре - шәхси эшҡыуар Данир Муллағәлиев, Динар Муллағәлиев һәм Илназ Бикмөхәмәтов ағымдағы йылда икенсе мунса алып килгәндәр.


Район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев:
-Иҫке Мөсәт егеттәре эшләгән мунсаны үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Бик ыҡсым, ҡулайлы итеп эшләнгән. Уның размерҙарын алып, башҡаларға ебәрергә иҫәп тотам. Был өс егеткә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, шәп кешеләр, - ти.

Ғәлиәкбәр ауылының ир-егеттәре лә икенсе мунсаны тамамлап ҡуйғандар. Бағыусылыҡ ярҙамын Михаил Косарев күрһәтһә, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре - Рамаҙан Аҫылғужин, Илшат Әминев, Илһам Байғазин, Илфаҡ Байғазин, Хәйҙәр Бикбаев, Илфат Ҡаһарманов, Таһир Сөләймәнов, Руслан Исламбаев, Ғәзим Ишбаев, Әнис Дилмөхәмәтов, Руслан Әхтәмов мунсаны төҙөү эштәрен башҡарған. Бынан тыш, Руслан Әхтәмов профилдәр алып килһә, Артур Халиҡов ташлама менән тимер, профилдәр алып ҡайтып биргән. Ауыл ағинәйҙәре лә, һәр ваҡыттағыса, изге эштән ситтә ҡалмаған – мунса эсенә кәрәк-яраҡтар әҙерләгән. МХО яугирының атаһы Ҡорбанғәле Ҡаһарманов һәм Марат Йәнғәлин газ баллондары, мунса өсөн һауыт-һабалар тапшырған.

Берҙәмлектә - көс!

А.Уразаева.

Яугирҙарға тағы ла  өс мунса әҙер
Яугирҙарға тағы ла  өс мунса әҙер
Яугирҙарға тағы ла  өс мунса әҙер
Яугирҙарға тағы ла өс мунса әҙер
Автор:
Читайте нас