

Иҫке Собханғол мәк-тәбенең 10-сы класын тамамлағандан һуң, физкультура уҡытыусыһы булыу теләге Ғаязды Пермь ҡалаһына алып китә. Чехословакияла армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтып, уҡыуын дауам итә. Дипломлы йәш белгес хеҙмәт юлын Сибай педагогия училищеһында физкультура уҡытыусыһы булып башлай.
Артабан ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органдарына бағышлай Ғаяз Һибәт улы. БР Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында уҡый. Әйткәндәй, Ғаяздың ҡустыһы Нияз да ағаһының тәҡдиме менән ошо уҡыу йортон тамамлай.
Ғ. Ғиззәтуллин 1997 йылдан Бөрйән районының Эске эштәр бүлегендә участка инспекторҙары менән эшләй, аҙаҡ йәмғиәт хәүефһеҙлеге буйынса милиция начальнигы итеп күсерелә. 2007 йылда начальник урынбаҫары вазифаһында Чечен Республикаһының Урус-Мартан ҡалаһына оҙайлы командировкаға барып ҡайта. Рота командирының хеҙмәте бер нисә миҙал менән билдәләнә, район хакимиәте исеменә маҡтау ҡағыҙы ебәрелә.
Ғаяз Һибәт улы эше буйынса Ҡырмыҫҡалы районына тәғәйенләнгәс, шунда йәшәргә ҡала. Яҡташыбыҙ Украинала барған махсус хәрби операциянан да ситтә ҡала алмай.
-Үҙ теләгем менән юлландым. Яҡындарым да минең ҡарарымды аңлап ҡабул итте, - ти “Салауат Юлаев” батальонында хеҙмәт иткән “Янтус” позывнойлы яҡташыбыҙ. Йыл ярымдай «ҡыҙыу нөктә»лә йөрөгән яугир быйыл май айында яраланып, тыныс тормошҡа ҡайта. Госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң да подполковник званиеһына эйә яҡташыбыҙ үҙ һөнәренә тоғро ҡала - МХО ветераны бөгөнгө көндә Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы бә-лиғ булмағандарҙы реабилитациялау үҙәгендә эшләй. Ауыр холоҡло, насар ғәҙәттәр менән дуҫлашҡан балаларҙы, үҫмерҙәрҙе тәрбиәләүгә күп көс һала, уларҙы дауалау, дөрөҫ юлға баҫтырыу өсөн тырыша.
-Улдарымдың икеһе лә донъялағы иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһен һайланы. Улар менән ғорурланам! Әсәй кеше өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән!? - ти Зәбирә Янтусова.
Әйткәндәй, Зәбирә Сәйфелмөлөк ҡыҙы үҙе лә әүҙем тормош менән йәшәй. Ветеран-уҡытыусы, РСФСР-ҙың мәғариф от-личнигы райондың йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнаша.
Ғаяз Ғиззәтуллин ҡатыны менән 4 балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлдәр мәктәпте ҡыҙыл аттестатҡа, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, психолог һөнәренә эйә булған. Тормош иптәше менән Төркиәлә йәшәйҙәр. Икенсе ҡыҙҙары Гөлшат БДУ-ның филология факультетында 5-се курста уҡый. 3-сө курста Ҡытайҙа уҡып ҡайтҡан ҡыҙ диплом эшен ҡытай телендә яҙа. Быйыл августа Гөлшат Волга буйы федераль округы студенттары менән бер командала Ҡытайға барып ҡайта. Рәсәй-Ҡытай йәштәр форумында улар башҡорт мәҙәниәте, йолалары менән таныштыралар, “Башҡорт ҡыҙы менән егетен йәрәштереү” бейеүе менән сығыш яһайҙар.
Улдары Мирас Баш-ҡорт дәүләт аграр университетының 3-сө курсында белем ала. Бейеүсе егет “Байыҡ”та ла ҡатнаша. Быйыл йәй төркөмдәре менән Мәскәү ҡалаһына барып ҡайтҡандар. Гөлсөмдәре 9-сы класс уҡыусыһы. Тырыш, спортты үҙ иткән ҡыҙ тхэквондо менән шөғөлләнә.
Ә. УРАЗАЕВА.