

Ҡорбан итенең күпмелер өлөшөн ауылдаштарына таратып бирһә, яртыһынан илебеҙ тыныслығын һаҡлаусы яугир егеттәребеҙгә ебәрергә 50 банка тушенка әҙерләнде.
Ошо ҙур эште атҡарып сығыу өсөн ауылдаштар ике көн тырышты. Ниһайәт, күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, изге ниәт менән эшләнелгән быҡтырылған иттәр әҙер булды.
-Һалдаттарыбыҙ имен-һау ҡайтып инһендәр, илебеҙҙе именлек, һәр беребеҙҙе һаулыҡ солғап алһын! - тигән теләктә уңған хужалар.
Илһөйәр, тырыш ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. Фатима Рәис ҡыҙы менән Эльзар Ишмөхәмәт улы Мәһәҙей ауылында матур ғаилә ҡороп, Артур, Урал, Ғәзиз исемле улдар үҫтереп, татыу йәшәйҙәр. Артур армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтып, бөгөнгө көндә Белорет ҡалаһының металлургия комбинатында эшләй, ғаиләле. Урал - Өфө йылға колледжы студенты, Ғәзиз Байназар мәктәбендә 7-се класта белем ала.
Эльзар төрлө эштәрҙә эшләй. Ауылдың ”Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Фатима Рәис ҡыҙы яңыраҡ ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы составына алынды. Ул ауылда үткән сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Утыҙ йылға яҡын ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе булып эшләне.
Ауылдаштары араһында ярҙамсыллыҡтары, кешелекле булыуҙары менән ихтирам ҡаҙанған, махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарҙы ярҙамынан ситтә ҡалдырмаған ғаиләгә именлек-һаулыҡ, ҡыуаныстар юлдаш булһын, кешеләрҙе ҡыуандырған кеүек үҙҙәре лә ҡыуаныста йәшәһендәр.
Ф. Мөхәмәтйәнова