Йәмғиәт
15 Ноябрь 2025, 12:20

Төйәге өсөн янып йәшәй

Яуымбай ауылы уҙаманы Фирғәт Хәйбуллиндың ауыл хужалығы тармағында эш алып барыуына 25 йыл.

Төйәге өсөн янып йәшәйТөйәге өсөн янып йәшәй
Төйәге өсөн янып йәшәй

-Мал аҙығын етерлек әҙерләнек. Арпа, һоло, бойҙай сәстем. Игенде ауылдаштар ҙа, ҡырҙан да килеп алдылар.


КФХ етәксеһенең пландары ҙур. “Үткән йыл малдарға аҙбар эшләргә ниәт иткән инем, ямғыр ҡамасау булды. Уйлаған эш – бөткән эш. Быйыл төҙөлөштө тамамлап, малдарҙы индерергә уйлайым”, - Фирғәт Мөхәмәт улы.
Әлеге ваҡытта уның хужалығында 70 баш мөгөҙлө эре мал иҫәпләнә. Һыйырҙар өсөн таҙа 40*12 метр ҙурлығындағы йылы бина заманса уңайлыҡтар менән тәьмин ителәсәк. Хужалыҡ етәксеһе дүрт кешегә эш урыны булдырған, улар әлеге ваҡытта һарай төҙөү менән мәшғүл.

Йәмғиәт эштәрендә әүҙем Фирғәт Мөхәмәт улы ауылдың старостаһы, район советы депутаты. Ауылдаштарына бушлай иген таратһынмы, тирә-яҡты таҙартыуға халыҡты ылыҡтырһынмы, ауыл мәсетен, зыяратын кәртәләү эштәрен ойошторһонмо, мәктәптә шәхси премия булдырһынмы, спорт майҙансығы булдырыуға, юлдарҙы рәткә килтереүҙә ҙур өлөш индерһенме – барыһына ла өлгөрә.

Ғаиләләре менән махсус операцияла йөрөүсе Бөрйән ир-егеттәренә лә даими ярҙам күрһәтәләр. Аҡсалата ярҙамдан тыш, “Нива” автомобиле бүләк иткән, ике тепловизор, мобиль мунсаға мейес тә алып биргән. Ҡул ярҙамынан да ташламай – Яуымбайҙа ғына түгел, күрше ауылдарҙа ла МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә утын әҙерләүҙә, ташыуҙа ярҙам итә.

Быйыл Фирғәт Хәйбуллин “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды. Һәр яҡтан да килгән ир-егет, ғаиләһендә ышаныслы ир, ике улына өлгөлө атай, туғандарына терәк, ярҙамсы ул. Ауылдаштары, тыуған ере өсөн янып йәшәгән Фирғәт Мөхәмәт улының артабан да эштәре уң булһын.

Ә. ЮЛСУРИНА.

Автор:
Читайте нас