Йәмғиәт
12 Ноябрь 2025, 04:04

Әбделмәмбәт мәктәбендә өҫтәл уйындары буйынса ҙур фестиваль үтте

Әбделмәмбәт мәктәбе шатлыҡлы тауыштарҙан гөрләп торҙо. Сәбәбе ябай ғына – унда өҫтәл уйындары буйынса ҙур фестиваль үтте! Өҫтәл футболының тиҙ хәрәкәттәре, өҫтәл хоккейының боҙҙай һалҡын ярыштары, шахматтың уйсанлығы, шашканың хәйләкәрлеге – барыһы ла бергә йыйылды. Һәр кем үҙенең иң яратҡан уйынында көсөн һынаны.

Әбделмәмбәт мәктәбендә өҫтәл уйындары буйынса ҙур фестиваль үттеӘбделмәмбәт мәктәбендә өҫтәл уйындары буйынса ҙур фестиваль үтте
Әбделмәмбәт мәктәбендә өҫтәл уйындары буйынса ҙур фестиваль үтте

"Был көн күңелдәргә йәм өҫтәп, күҙҙәрҙе балҡытып, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр әле, сөнки көлөшөп, бер-беребеҙҙе дәртләндереп, беҙ был көндө оноторлоҡ түгел итеп үткәрҙек. Еңеүселәрҙең исемдәре хәтерҙәрҙә ҡалыр, ә ҡатнашыусыларҙың йөҙөндәге шатлыҡ – ул иң ҡиммәтле бүләк булды.
Фестиваль беҙгә бик күп шатлыҡлы минуттар бүләк итеп кенә ҡалманы, ә иң мөһиме – ата-әсәй менән бала араһындағы мөнәсәбәттәргә яңы йән өрҙө. Бергәләп көлөү, бергәләп уйлау, бер-беребеҙҙе хуплау – ошо бәләкәй генә эштәр ҙә арабыҙҙағы бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ ҡылды, улар араһындағы аңлауҙы һәм ышанысты арттырҙы. Өҫтәл уйындары бары тик уйын ғына булманы, ә беҙҙе берләштергән, көс өҫтәгән һәм иң мөһиме, шатлыҡ бүләк иткән бер көс булды!
Балаларҙы бүләктәр менән ҡыуандырған даими спонсорҙарыбыҙға - "Ҡыпсаҡ" хәйриә фондына, Хисаметдинов Илшат Хамидон улына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!",-

тип шатлыҡтары менән бүлешә Әбделмәмбәт мәктәбе социаль селтәрҙәрҙә.

"Беҙҙең мәктәптә тәнәфестәр ҙә бигерәк күңелле үтә. Эйе, тәнәфес ул дәрестәрҙән һуң ял итеү, аҡылды яңынан туплау һәм дуҫтар менән аралашыу өсөн бирелгән ҡыҫҡа ғына мөғжизәле мәл. Кемдер был ваҡытта ашап ала, кемдер коридор буйлап йүгерә, ә беҙҙең мәктәптә тәнәфесте күңелле, файҙалы үткәреү ысулы бар – ул өҫтәл уйындары. Бөтә уҡыусылар өҫтәл тирәһенә йыйылалар һәм өҫтәл хоккейы, футболы, йәки бильярд, йә шахмат һәм шашка уйындарын ҙур теләк менән уйнайҙар. Уҡыусылар был ваҡытта бер-береһен яҡындан таныу, аралашыу күнекмәләрен үҫтерәләр.
Уйындың ҡыҙыҡлы атмосфераһы, дуҫтарҙың дәртләндереүе йәки шаярыуҙары көс өҫтәй, кәйефте күтәрә һәм уҡыу процесын еңеләйтә.
Шулай итеп, өҫтәл уйындары беҙҙең мәктәп тәнәфестәрен йәнле, файҙалы һәм бик күңелле итә."

"Ысынлап та, был Фестиваль беҙҙең проекттың йомғаҡлау сараһы булды. Юғары кимәлдә үтте тип уйлайым. Ғөмүмән, проект үҙ маҡсаттарына иреште: ата-әсәләр менән бәйләнеш нығытылды, уҡыусылар урам уйындары уйнарға өйрәнде, әүҙем ял зоналары булдырылды". Былар бөтәһе лә "Әүҙем ял-уҡыуҙа уңыш" гранты сиктәрендә булдырылды. Проект "Белем" Рәсәй йәмғиәтенең аҡсалата премияһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.-

тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев. 

Саранан күберәк фотолар 

Автор:
Читайте нас