

Разведчик - иң хәүефле хәрби һөнәрҙәрҙең береһе. Уларҙың төркөмө һәр саҡ иң алдан йөрөй. Дошман позицияларына мөмкин тиклем яҡыныраҡ барып, хәл-торошто баһалау, мәғлүмәттәр йыйыу бурысы йөкмәтелә уларға. Заданиены үтәгәнсе ҡайһы ваҡыт ярты ай, йә бер ай ваҡыт үтеп китә. Бурысты үтәмәйенсә ҡайтыу юҡ. Яугирҙарҙан үҙҙәрен һиҙҙермәйенсә шым ғына йылдам хәрәкәт итеү, йәшерен күҙәтеү алып барыу оҫталығы, зирәк аҡыл, сослоҡ, ҡыйыулыҡ, иғтибарлылыҡ талап ителә. Улар тауыш-тынһыҙ, күләгә ише һәм ҡоростай ныҡлы булырға тейеш.
...Дүрт кешенән торған разведка төркөмө хәрби заданиены үтәп, кире ҡайтыу яғына юлланғайны. Ҡайһы мәлдә уларҙы күреп-һиҙеп ҡалғандарҙыр, дрондар күҙ асып йомған арала егеттәрҙе тирә-яҡтан уратып алды, өҫтән ажғырып үлем сәсте. Бер снаряд Рифат Мөхәмәтғәлиндың эргәһенә генә килеп төштө. Мең һағыҙаҡ үлемесле ҡаҙауын бер юлы тәненә сәнстеме ни... Яндырып-көйҙөрөп алған ҡот осҡос ауыртыуҙан һуң егеттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Кеше шулай үлә икән, тип кенә уйлап өлгөрҙө лә, ергә ауҙарылып барып төштө. Шаңҡыны, битенән фонтан булып ҡан аҡты, күҙе күрмәне. Көс-хәлгә кеҫәһенән телефонын һәрмәп алды, ҡолағына терәне. Тик уныһы эшләмәне. Ә өҫтән һаман ут яуҙы – дошман минометтары эшкә керешкәйне. Нисек тә бынан ситкә шыуышыр кәрәк, тип бар көсөн йыйып, йән асыһына алға йомолдо Рифат. Ике йөҙ метр самаһы алыҫлыҡта окоп табып, шунда төшөп ятты. Эргәһенә икенсе төркөмдән егет килеп етә алды. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙы ҡабаттан утҡа тоттолар...
Үҙҙәренең позицияларына барып етер өсөн ике Рифат - Бөрйән районынан һәм Белорет районынан ике башҡорт - өс тәүлек ярым атлайҙар. Дошман күҙенә, утына эләкмәҫ өсөн оло һаҡлыҡ сараларын күреп, нисек тә тере ҡалырға тырышып, туҡтамайынса алға баралар. Икеһе лә ауыр яралы, һыуһыҙ, ас килеш... Ҡанға батҡан егеттәр осорға ғына торған йәндәрен устарына йомарлап, тик рух көсө менән генә беренсе нөктәгә барып етә. Унда санинструктор яраларын эшкәртеп бәйләгәс, яралыларҙы мөмкин тиклем тиҙерәк госпиталгә эвакуациялайҙар. Луганск ҡалаһында тәненән ярсыҡтарҙы сүпләгән табиптар, бер нисә сәғәт эсендә операцияны яһағанда, күҙең иҫән ҡаласаҡ, тип уны ашығыс рәүештә Ростовҡа оҙатырға тырыша, тик өлгөрмәйҙәр... Ростовта операциянан һуң Санкт-Петербургтағы Киров исемендәге академияла тағы ҡатмарлы, көнө буйы дауам иткән операцияны кисерә Рифат. Күҙ аҫтынан һигеҙ ярсыҡ сығаралар, өсәүһен алырлыҡ булмай. Ерҙәге аҡ халатлы фәрештәләр уны ҡотҡарырға бар көсөн, оҫталығын һала, әммә күҙен һаҡлап ҡала алмайҙар...
Беҙ танышҡанда реабилитация үткән Рифат документтар юллай ине. Һуғышта булмаған да һымаҡмын, ауылда һәүетемсә генә йәшәп тик ятҡан кеүекмен, тип ихлас көлгән батыр яугир мобилизацияға эләккәс, махсус хәрби операция зонаһында ике йыл да һигеҙ ай хеҙмәт иткән. Һуғышта күргән-кисергәндәрен иҫләмәҫкә, үткәндәрҙә ҡалдырырға тырыша. Тыныс тормоштоң рәхәтен һәр күҙәнәге менән тойоп, саф һауаны һулап, таҙа һыуҙы эсеп туя алмай. Яуҙан ҡайтҡан егетебеҙҙең ҡыуанысы артҡандан-арта, шөкөр: ауылында йорт һатып алып, өй ҙә туйлаған, өйләнгән дә! Кәләше - фельдшер булып эшләгән Азалия исемле һылыу.
- Ҡалала ла фатир алырға булыр ине, әммә бер күҙ күрмәгәс, атлап китеп барғанда кешегә төртөләм дә ҡуям, - зарланырға, бәлә һалырға яратмаған яугир тағы ауыҙ йыра. – Мәктәп директоры Инсур Үтәбаев эшкә лә саҡырғайны, әлегә бара алмайым, тип баш тарттым. Әҙерәк тын алырға ине. Тыныс тормошҡа көйләнергә ваҡыт кәрәк... Мин бит һөнәрем буйынса физкультура уҡытыусыһы. БДУ-ның Сибай факультетын тамамланым да, һигеҙ йыл мәктәптә балаларҙы уҡыттым. Элек, уҡыусы сағымда, башҡорт теле уҡытыусыһы булырға теләгәйнем. Башҡорт теленә тәрән һөйөү уҡытыусыбыҙ Зифа апай Ғәлекәйеванан. Шунан мәктәпте бөтөр саҡта ҡапыл ғына физкультура уҡытыусыһы булырға ҡарар иттем. Бәләкәй саҡтан саңғыла йөрөргә яраттым, спорт уйындары менән мауыҡтым... Киләсәккә ниндәй пландар, тиһегеҙме? Йәшәргә! Рәхәтләнеп, кинәнеп йәшәргә!
Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында йәшәгән Фәниҙә Нух ҡыҙы менән Рамаҙан Фәрих улы Мөхәмәтғәлиндарҙың өлкән улдары Рифат, башы яраланыу менән, бөттө баш, тип бирешеп, барыбер ҡотолор әмәл юҡ, тип ятһа – ятыр ҙа ҡалыр ине яу яланында. Әммә йәшәүгә ынтылыш шул тиклем көслө унда, ҡылдай сыңлап өҙөлөргә генә торған ғүмер ебенә, гүйә, теше-тырнағы менән йәбешә лә, тоташтыра, ялғай. Физик әҙерлеге, сыҙамлығы, ныҡлығы ла иҫән ҡалырға, аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итә. Ошо ҡыйыу, шаян башҡорт егетенә һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ! Бәхеткә-шатлыҡтарға сорналып, мең йәшәһен!
Фото: Жуков миҙалы, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы, ведомство наградалары менән наградланған батыр яҡташыбыҙ Рифат Мөхәмәтғәлин.
Автор: Баныу Ҡаһарманова