

2025 йыл башынан Башҡортостан Республикаһында льготалы ипотека программаһы буйынса ИТ-белгестәргә 222 кредит бирелгән. 2022 йылда программа ғәмәлгә ингәндән алып күсемһеҙ милек һатып алыуға бөтәһе 16 меңдән ашыу льготалы кредит алған.
«Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү» (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») милли проектының төп маҡсаттарының береһе - ИТ-секторға булышлыҡ итеү, тип хәбәр итә республиканың Дәүләт идаралығын һанлы үҫеш министрлығынан.
- Льготалы кредитлау программаһы 2030 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә. 6% күләмендәге ИТ-ипотека - мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге белгестәргә ярҙам итеүҙең тәьҫирле механизмы ул. 2025 йылдың ғинуарынан алып 1,5 миллиард һумдан ашыулыҡ кредиттар бирелгән, ә программа ғәмәлгә ингәндән алып 11,5 миллиард һумдан ашыулыҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Льготалы программа Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы аккредитацияһы үткән һәм ИТ-компанияларға һалым льготалары алған хеҙмәткәрҙәргә торлаҡҡа кәметелгән ставка буйынса кредит алырға мөмкинлек бирә. ИТ-ипотеканы баҙар йәки башҡа льготалы ставка буйынса кредитҡа алынған сумма менән төҙөргә мөмкин, ул саҡта кредиттың дөйөм суммаһы 18 миллион һумға тиклем арта.
ИТ-компания хеҙмәткәрҙәре ташлама менән файҙалана алһын өсөн ойошма аккредитацияланырға, һалым льготалары алырға һәм һалым серен тәшкил иткән мәғлүмәттәрҙе асырға тейеш.
Ойошманың ИТ-ипотека алыу шарттарына эләгәме-юҡмы икәнлеген Дәүләт хеҙмәттәре порталында тикшерергә мөмкин.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән тормошҡа ашырыла.