Йәмғиәт
5 Ноябрь 2025, 11:09

Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң видеокамералар ҡуйылды

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш ваҡытында республика халҡы үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң видеокамералар ҡуйылдыБашҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң видеокамералар ҡуйылды
Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәттән һуң видеокамералар ҡуйылды

2023 йылда тура бәйләнеш ваҡытында Бөрйән районынан Рәзинә Кәләева:

-Беҙ урман зонаһында йәшәйбеҙ һәм районда тәбиғәт янғындары менән хәл ҡатмарлы. Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта янғындарҙы асыҡлау өсөн видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла башланы. Уны беҙҙең районда ла урынлаштыу мөмкин буласаҡмы? - тип ҡыҙыҡһынды.

Әле Бөрйән районының Байназар, Иҫке Собханғол ауылдарындағы һәм Ырғыҙлы ауылындағы Башҡортостан Милли паркы вышкаһында 3 урман янғындарын күҙәтеү системаһы - видеокамералар ҡуйылған.

-Урман фонды участкаларына йүнәлтелгән видеокүҙәтеү камералары төтөнгә оҡшаш һүрәттәрҙе теркәй. Камераларҙың булыуы, әлбиттә, уңайлы. Бигерәк тә янғын хәүефе артҡан миҙгелдәрҙә камералар ҙур ярҙамсы. Уларҙан тыш сүп-сар урындарында фотоҡапҡандар ҡуйылған, сөнки, тап шул ерҙәрҙә янғындар йыш сыға. Урман янғындарын асыҡлау буйынса мониторинг райондағы Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте диспетчерҙары һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тәүлек әйләнәһенә алып барыла, - ти “Урмансылыҡтар идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының “Бөрйән урмансылығы” бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльмир Мәзитов.

 

Ағымдағы йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа үтәсәк.

Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән яҙма йә видеоһорау бирергә мөмкин:
-Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru
-MAX милли мессенджерында чат-бот аша: max.ru/glavarb_pl...
- «Телеграм»да чат-бот аша: t.me/glavarb_pl...
- «Бәйләнештә» чат-бот аша: vk.me/glavarb_pl...
- «Одноклассники» селтәрендә чат-бот аша: ok.ru/group/7000...
- «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: pos.gosuslugi.ru/lkp/direct...

 

Әгәр ҙә һеҙ видеоһорау яҙырға уйлаһағыҙ, тәҡдимдәрҙе иғтибар менән өйрәнегеҙ:
- Видеояҙма башында исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йә ҡалағыҙҙы, районығыҙҙы әйтегеҙ, шунан ғына һорауығыҙҙы бирегеҙ.
- Мобиль ҡушымта аша һалғанда видеоның оҙонлоғо бер минуттан да артмаһын. Компьютерҙа 10 мегабайттан ашыу булырға тейеш түгел.
- Видеояҙманы яҡтыла төшөрөгөҙ. Һорау биреүсе кешенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен.
- Һорау биреүсенең артында тәҙрә, лампа йәки башҡа яҡтылыҡ сығанағы булмаһын.
- Видеоны яҙҙырғанда камераны горизонталь тотоғоҙ, шылдырмағыҙ. Камера ныҡ беркетелгән булһын.
- Видеоны телефондың фронталь камераһына селфи рәүешендә төшөрһәгеҙ ҙә горизонталь тотоғоҙ.
- Видеоһорау урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш.
- Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен. Мөмкинлек булғанда микрофон ҡулланығыҙ.
- Бер планда төшөрөгөҙ һәм ебәрерҙән алда видеояҙманы монтажламағыҙ.
- Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын.
- Видеоның аҙағында һорауҙың Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә булыуын әйтегеҙ.
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә видеоһорауҙар 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.

Автор:
Читайте нас