Йәмғиәт
4 Ноябрь 2025, 11:33

4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Был байрам Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын сағылдыра.

4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө
4 ноябрь - Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Ватанды сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа халыҡтарҙың элек-электән тотороҡлолоғо, ватансылығы, үҙ-үҙен фиҙа ҡылырға әҙерлеге кеүек иң яҡшы сифаттары күтәрелә.
Башҡортостан яугирҙарының да азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Республика, үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Рәсәй армияһының күп кенә походтарында ҡатнашты һәм ҡатнаша. Олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтте. Ә бөгөнгө көндә яугирҙарыбыҙ махсус хәрби операцияла Илебеҙҙе һаҡлай.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа өндәй. Был көн йәштәрҙе патриотик һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләүҙә, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

Автор:
Читайте нас