Йәмғиәт
2 Ноябрь 2025, 12:00

Фән айлығы бара

Ул ноябрь аҙағына тиклем дауам итә.    

Фән айлығы бараФән айлығы бара
Фән айлығы бара

“Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодежь и дети”) ярашлы, Өфөлә вуз-ара кампус майҙансығында Фән айлығы башланды. Был - төбәктең әйҙәүсе юғары уҡыу йорттарын, фәнни үҙәктәрҙе, ижади коллективтарҙы берләштереүсе күләмле сара, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан.

Ноябрь дауамында тиҫтәләгән лекция, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, форумдар, кино күрһәтеү ойошторола, улар барыһы ла йәштәр фәнен үҫтереүгә, технологияларҙы популярлаштырыуға, креатив индустрияларҙы күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

- Вуз-ара кампуста фән айлығы – саралар серияһы ғына түгел, фән, мәғариф һәм бизнес араһында асыҡ диалог өсөн майҙансыҡ. Беҙ фән эшмәкәрлегенең ҡыҙыҡлы булыуын, төбәккә һиҙелерлек файҙа килтереү мөмкинлеген күрһәтергә тырышабыҙ, - тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Фән айлығы кампустың беренсе ҡатында Башҡортостан дәүләт медицина университетының Асыҡ ишектәр көнө, тематик лекциялар, практик дәрестәр серияһы менән башланып китте.

Был айлыҡ ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Сараларҙың барыһы ла студенттар, мәктәп уҡыусылары, республикабыҙҙа йәшәүселәр өсөн асыҡ.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:
Читайте нас