

"Wow! Russia" конкурсында ҡатнашыусылар тормошо, белем алыуы, тәьҫораттары тураһында үҙ телдәрендә медиаматериалдар әҙерләп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштыра. Бәйге дүрт номинацияла уҙғарыла, уларҙың һәр береһе айырым йүнәлешкә арналған.
Ғаризаны 16 ноябргә тиклем конкурстың сайтында (russiawow.ru) йәиһә телеграмдағы чат-ботта (@wowrussiabot) ебәрергә мөмкин. Еңеүселәр 12 декабрҙә иғлан ителәсәк.
Был сара "Йәштәр һәм балалар" милли проектына (нацпроект "Молодёжь и дети") ярашлы уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: "национальные проекты" сайты.