

-Рәмил Миңлеәхмәт улы, районды урап сыҡтығыҙ, халыҡ менән аралаштығыҙ, район тураһында ниндәй дөйөм тәьҫораттар барлыҡҡа килде, башлыҡ булараҡ эшегеҙҙе нимәнән башланығыҙ?
-Эш, әлбиттә, район менән танышыуҙан башланды. Бөтә ауылдарҙа ла булып өлгөрмәнем, әммә быйыл йыл аҙағына тиклем уларҙа булырға форсат табылыр тип уйлайым. Бөгөн беҙ еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, Бөрйән үҙенсәлекле һөҙөмтәләр менән үҙенең 95 йыллығын ҡаршылап, матур йәшәй, үҫешә.
Районға килгәс, эш күҙгә күренмәгән бәләкәй һәм көнүҙәк һорауҙарҙы ҡарауҙан башланды. Иң тәү иғтибар иткән нәмә – юлдар. Тәү сиратта муниципаль ҡарамаҡтағы юлдарҙы тәртиптә тотоу, ҡышҡы осорҙа уларҙы ваҡытында ҡарҙан таҙартыу өсөн тырышлыҡ һалдыҡ, ағымдағы ремонт эштәре башҡарылды, Брәтәк ауылының үҙәк урамына асфальт түшәү эштәре башланды, район үҙәгендә тротуарҙар һалынды. Юл төҙөү ремонтлау идаралығының 2 айҙан ашыу эшләмәй тороуы әҙерәк эштәрҙе тотҡарланы. Әле юлсылар Иҫке Собханғол Темәс юлына ҡырсынташ түшәү менән мәшғүл. Киләһе йылдарҙа ла ошо йүнәлештә һәм Ырғыҙлы яғына юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итәсәк. Республика буйынса планда Брәтәк аша үткән Стәрлетамаҡ-Әүжән-Магнитогорск юлын асфальтлау тора.
Шулай уҡ иҫкергән күперҙәргә иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, Иҫке Собханғолда Алаҡуян йылғаһы аша йәйәүлеләр һәм автомобиль, Ағиҙел йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн, шулай уҡ бер нисә ауылда бәләкәй йылғалар аша күперҙәр, Аҫҡар-Брәтәк автомобиль юлындағы күпер ремонтланды. Әлеге ваҡытта район үҙәгендәге ҙур күпер янында яҙғы ташҡын осоронда зыян күргән боҙ ҡырҡыу ҡоролмалары урынлаштырыла.
«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» федераль программаһы сиктәрендә Килдеғол ауылында ике, Яңы Мөсәттә бер, Мораҙым ауылында ике кәрәҙле телефон вышкалары ҡуйыласаҡ. Ошондай уҡ программаға ярашлы ауылдарҙы мобиль Интернет менән тәьмин итеү буйынса тауыш биреү әле лә дауам итә. Быйыл исемлеккә беҙҙең райондан Мәһәҙей, Мәндәғол, Ғәлиәкбәр, Ҡолғана, Тимер ауылдары индерелгән.
-Төҙөкләндереү буйынса нимәләргә иғтибар иттегеҙ?
-Балалар, йәштәр, ололар өсөн дә кәрәк булған уңайлы ял итеү урындары булдырыу мөһим эш. Мәҫәлән, район үҙәгендә Совхоз урамына, “Фурҡан” мәсете янындағы паркка балалар майҙансыҡтары ҡуйылды, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү(ППМИ) дәүләт программаһы буйынса Яңы Собханғол, Мораҙым ауылдарында балалар өсөн спорт майҙансыҡтары төҙөү бара. Әйткәндәй, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыу формаһы булараҡ, ППМИ программаһын тормошҡа ашырыу 2030 йылға тиклем дауам итәсәк. Быйыл 9 ауыл биләмәһе үҙ проекттарын тәҡдим итеп, конкурс һөҙөмтәләре буйынса 5 проект еңеүселәр иҫәбенә инде. Әйтеп үткән ике парк төҙөлөү һәм Аҫҡар ауылында зыярат ҡоймаларын капиталь ремонтлау, Әтек мәҙәниәт йортоноң тамашасы залына ултырғыстар һатып алыу, Кейекбай башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһына пластик тәҙрәләр ҡуйыу эштәре башҡарылыу өҫтөндә.
Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проектында ҡатнашып, ҙур ярҙам алдыҡ. Уның нигеҙендә Байназар мәктәбе интернатының ҡыйығын ремонтлау, Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортона тәҙрәләр ҡуйыу, Тимер мәктәбе ашханаһына йылытылған коридор булдырыу, Мораҙым мәктәбенең тәҙрәләрен алыштырыу, Совхоз урамында балалар өсөн уйын майҙансығын төҙөкләндереү, Байғаҙы ауыл мәҙәниәт йортоноң нигеҙен ремонтлау, Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йортона йылытыу ҡаҙаны алыу, Ҡотан мәҙәниәт йортоноң йылытыу, электр энергияһы системаларын монтажлау, Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатындағы запас ишегенә металл ишектәр, металл баҫҡыстар һатып алыу һәм ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылды.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, еңеүселәр исемлегенә ингән Ырғыҙлы ауылы биләмәһе бүләккә бирелгән аҡсаға трактор һатып алды.
Район үҙәгендә Ленин урамындағы 80 -се һанлы бинаның ҡыйығы алмаштырылды. Киләһе йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, Ағиҙел ҡасабаһында, Байназарҙа балалар өсөн уйын майҙансыҡтары булдырыласаҡ. «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә район мәҙәниәт һарайына пикселле экран, яҡтылыҡ ҡоролмалары, ауыл мәҙәниәт йорттарына яҡтылыҡ һәм музыкаль аппаратура, компьютер техникаһы, «Мәсемташ» ҡурайсылар ансамбленә сәхнә кейеме тектереп алынды.
-Һаулыҡ һаҡлау, белем биреү өлкәһендә ниндәй төҙөлөштәр көтөлә?
-Быйыл Брәтәк мәктәбендә бик яҡшы эштәр башҡарылды. Бинаға капиталь ремонт үтте, мәктәп яны биләмәһе төҙөкләндерелде, матдитехник база яңыртылды. «Стоматология кабинеттарын яңыртыу» программаһы ярҙамында Ырғыҙлы мәктәбендә теш дауалау бүлмәһе булдырылды. Уҙған йылда 3 ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлһә, быйыл 5 яңы ФАП барлыҡҡа килде. Тағы ла 5 ауылда яңы пункт төҙөргә ҡалды. Шуларҙың өсәүһе – Мәндәғолда, Кейекбайҙа һәм Ғәҙелгәрәйҙә киләһе йылға планлаштырылған.
-Кеше һаулығы - мәңгелек ҡиммәт. Райондаштарға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
-Бөрйән халҡын үҙҙәренең сәләмәтлегенә иғтибарлы булыуҙарын теләйем. Ваҡытында диспансеризация, профилактик тикшереүҙәр үтергә һәм прививкалар яһатып тороуға саҡырам.
- Рәсәй Президенты В. Путин ҡушыуы буйынса ”Һанлы дәүләт идара итеүе” милли проектының «Инцидент Менеджмент» системаһы беҙҙең республикала тәүгеләрҙән булып файҙаланыуға индерелде. Һеҙ был йүнәлешкә нисек ҡарайһығыҙ?
-Ыңғай ҡарашта. Бөтә проблемаларҙы ла белеп етеп булмай. Был платформа халыҡтың мөрәжәғәттәрен тиҙ арала тикшереп, проблемалы урындарҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Аҙна һайын ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, ойошма етәкселәре менән булған оператив кәңәшмәлә уның буйынса айырым һорау ҡуйылып, һөйләшеү үткәрелә, мөрәжәғәттәрҙе тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ.
-Республика етәксеһе Р. Хәбиров инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә әүҙем эшләргә ҡуша. Был йәһәттән беҙҙә эштәр нисек бара? “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” һөҙөмтә бирәме?
- Беҙҙә әле бюджет инвестициялары ғына йәлеп ителә. Әлбиттә, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәренең инвестицияларын күрһәтһәләр, райондың рейтингын арттырырҙар ине. Уның өсөн уларға һалым һалынмай. “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”ндә эшҡыуарҙарҙың проблемалары хәл ителә, субсидиялар алырға булышлыҡ итәбеҙ. Үҙ бизнесын үҫтереү өсөн дәүләттән ярҙам алырға теләүселәргә беҙ һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙербеҙ. Быйыл Бөрйәндә эшҡыуарҙар өсөн бик файҙалы сара – республика Хөкүмәтенең күсмә ултырышы үтте. Уның һөҙөмтәһе булараҡ, йылдар буйы хәл ителмәгән ер мәсьәләләре хәл ителә башланы.
-Алда әйтелгән башҡарылған эштәр, ҡуйылған маҡсаттар идара итеү системаһында эшләгән етәкселәрҙең әүҙемлеге һәм тырышлығы менән бойомға аша. Команданың эше менән ҡәнәғәтһегеҙме?
- Район хакимиәте башлығы булып эшкә килгәс тә кадрҙар сәйәсәтенә иғтибар буласаҡ, тип әйткәйнем. Башҡарма органдың структураһын халыҡтың, бөгөнгө көндә ғәмәлдә булған ҡануниәттең талаптарын үтәй алырлыҡ итеп үҙгәрттек. Коллективҡа компетентлы, айырыуса йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙе дауам итәбеҙ. Шулай уҡ мин хеҙмәткәрҙәрҙе башҡарған эшенә ҡарап объектив баһалайым. Команданы көсәйтеү буйынса эштәр даими алып барыласаҡ. Белемле, алдынғы ҡарашлы, районыбыҙ өсөн янып торған граждандарға беҙҙең ишектәр һәр ваҡыт асыҡ.
- Район гәзите тураһында фекерегеҙҙе, теләктәрегеҙҙе ишетке килә.
-“Таң” гәзитен алдырабыҙ, уҡыйбыҙ. Ул райондың берҙән-бер гәзите. Хатта республикала дублежһыҙ тик башҡортса ғына сыҡҡан бер генә район гәзите. Райондың көнитмеше, эшсән кешеләре, матур ғаиләләре тураһында яҙаһығыҙ, махсус хәрби операция темаһына ла иғтибар бирелә. Тормош булғас, уның кире яҡтары ла була, гәзиттә тәнҡит тә күрге килә. Әле ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара. Райондаштарҙы үҙебеҙҙең «Таң» гәзитенә әүҙем яҙылырға саҡырам.
-Киләсәккә ниндәй уймаҡсаттар ҡораһығыҙ?
-Беҙҙең төп маҡсат – халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу. Артабан да ошо йүнәлештә эшләргә ине. Аныҡ пландарҙан йылы баҙар төҙөү уйы бар. Ауыл халҡы етештергән продукцияһын уңайлы шарттарҙа, заманса кибеттәрҙә һата алһын, һатып алыусылар теләгән әйберҙәрен йылы урында һайлап алһын тигән теләктәмен. Шулай уҡ туризм инфраструктураһын йәнләндереп, артабан да районды социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Районыбыҙҙың үҫешенә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Күп осраҡта ниндәйҙер мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу халыҡтың нисек тауыш биреүенән дә тора. Хөрмәтле райондаштар, һәр эштә лә әүҙем, берҙәм булайык, райондың матур киләсәген бергә төҙөйөк.
-Әңгәмә өсөн рәхмәт, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар насип булһын!