Йәмғиәт
23 Октябрь 2025, 12:01

Һуғыш балаһы

Колхоздар гөрләп йәшәгән саҡта ауыл халҡының күберәге һәр өлкәлә, үҙенә йөкмәтелгән ниндәй генә вазифала булмаһын, ихлас эшләне. Эшем эш булһын тип, һүҙ тейҙермәҫлек итеп эшләрҙәр ине. Ниндәй генә эш булмаһын, үҙең шуны башҡарып ҡарамай, ситтән ҡарап торғанда ғына ул еңел үтәлә һымаҡ.

Һуғыш балаһыҺуғыш балаһы
Һуғыш балаһы

Әрһеҙләшеп, үҙең шул эшкә тотонһаң, алдыңда торған ҡаршылыҡтарҙы төрлө юлдар менән үтеп, теләгеңә ирешә алаһың. Баҙнат итеп, ихласлап тотона икәнһең, кеше башҡарып сыға алмаған эш юҡ ул.
Ҡыпсаҡ ауылының элекке оло кешеләрен, хәҙер инде күптән вафат булған ауылдаштарымды, колхозда ныҡ эшләгәндәрҙе күңелемдә барлап йөрөйөм. Улар араһынан намыҫлы эш күрһәткән, ғүмере буйы фермала тир түккән Зөләйха апай тураһында булыр был юлы мәҡәләм.
Фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән апай ул. Зөләйха апай 1938 йылда Байназар ауылында Зекриә һәм Бибиямал Алтынбаевтарҙың ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә. Атаһы - 1904, әсәһе 1907 йылғы була. Ғаиләлә иң өлкән балалары Сәхипъямал - 1927, икенсе ҡыҙҙары Зәйтүнә 1935 йылғы. Ә дүртенсе балалары Риф 1941 йылдың ғинуарында тыуа. Ошондай ғаиләлә бергә-бергә бәхетле генә йәшәргә ине лә, әммә Зөләйхаға 3 йәш тулғас, һуғыш башлана. Ҡырҡ йәше лә тулып өлгөрмәгән Зекриәне һуғышҡа алалар. Ғаилә башлығы һуғышта йөрөгәс, йәшәү ауырлаша. Әсәйҙәре ирҙәр урынына колхозда эшләй.
Һуғыш башланғанда Зәйтүнәгә - 6, Зөләйхаға - 3, Рифкә ярты йәш кенә була. 7-се класты тамамлаған 14 йәшлек Сәхипъямал ошо йәштәге ҡыҙҙар, малайҙар менән ололар менән бер рәттән колхоз эшенә йәлеп ителә. Сәхипъямал ике йыл төрлө эштәрҙә эшләй. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, уны магазинға һатыусы итеп ҡуялар. Әсәһе лә, апайҙары ла эшкә йөрөгәс, балаларҙың тормоштары саҡ ҡына булһа ла еңелерәк була башлай. Ике бәләкәй бала Зәйтүнә ҡарамағында ҡала.
1942 йылдың декабрендә атайҙарының Ленинград фронтында хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә. Ул ҡағыҙ бөгөнгө көндә Зекриә бабайҙың Нәби ауылында йәшәгән ейәнсәре Нәсимәлә һаҡлана.
1943 йылдың авгусында балаларҙың әсәһе Бибиямал апай Байназар балалар йортона төнгө ҡарауылсы итеп эшкә алына. Ике бәләкәй баланы – Зөләйха менән Рифте шунда урынлаштыра әсә. Өйҙә Зәйтүнә генә ҡала, ул мәктәптә уҡый башлай.
Бер йылдан һуң, 1944 йылда, Байназар тирәһендәге ауылдарҙа етем балалар күбәйә. Шуға күрә лә саҡ ҡына хәллерәк йәшәгән ғаиләләрҙең балаларын ғаиләләренә кире ҡайтаралар. Шулай итеп, Зөләйха менән Риф тә кире өйҙәрендә йәшәй башлайҙар. Зөләйха һуғыш бөткән йылы мәктәпкә уҡырға бара. Байназарҙа балалар йорто 1955 йылға тиклем эшләй һәм артабан Бибиямал Байназар урта мәктәбендә ҡарауылсы булып эшен дауам итә. Тормоштары рәтләнә төшә. Зөләйха 7-се класты тамамлағас, колхоздың һарыҡ фермаһына эшкә сыға. Риф ҡустылары йәшләй генә 1976 йылда вафат булып ҡуя. Ә Зәйтүнә апайға яңыраҡ ҡына 90 йәш тулды.
Сәхипъямал апайҙары 1947 йылда, Байназарҙа магазинда эшләп йөрөгән сағында, Нәби ауылы егете Мөхәмәт Хисмәтуллинға кейәүгә сыға һәм ғүмере ахырынаса Нәбиҙә йәшәй. Сәхипъямалдың иң ауыр һуғыш йылдарында бәләкәй балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙағы ярҙамы баһалап бөткөһөҙ була. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәте өсөн Ватан һуғышы ветераны тигән миҙал менән бүләкләнә. Зөләйха апай уға ғүмере буйы рәхмәтле булып йәшәне.
Һарыҡ фермаһы ике йылдан һуң бөтөрөлгәс, Зөләйха апай фермала сепаратсы, аҙаҡ һауынсы булып эшләй. 1961 йылда ул Ҡыпсаҡ ауылына килен булып төшә – Ғөбәйҙуллин Марат исемле егеткә тормошҡа сыға. Икеһе лә бригаданың әүҙем ағзалары булып китәләр. Апай фермала һауынсы булып эшләй. Ә Марат ағай 1962 йылда армия сафына алына. Армияға китә торған көндәрҙә ул тәүге малайы Азаматты бала табыу йортона барып күрә. Ире армияла булғанда ла Зөләйха апай фермала һауынсы, аҙаҡ оҙаҡ йылдар сепаратсы булып эшләне. Сепаратта тип әйтеүе генә анһат, эше эт ыҙаһы инде уның.
1964 йыл йәй ныҡ яуынлы булды, оҙон йәй буйы ямғырҙар тынманы. Ул ошо ямғырҙа ла ут яғып һөт йылытып, уны сепарат аша үткәрә торғайны. Бәхетенә, ферма эргәһендәге текә ҡаяла ҡоламаған ҡороған ҡарағайҙар күп булды.
1969 йылда ул быҙау ҡараусы булып эш башланы. Бында ла эше яуаплы булды – быҙауҙарҙы бала ҡараған кеүек матур итеп ҡараны. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо эште башҡарҙы. 1988 йылда 50 йәшенән пенсияға сыҡһа ла, тағы ике ҡыш быҙау ҡараны. Районда фермала эшләүселәр араһынан хаҡлы ялға сыҡһа ла эшләп йөрөүселәрҙән ул берҙән-бер кеше булды. Зөләйха апайҙың: “Ваҡыты еткәс, пенсия үҙе мине эҙләп килде”, тип әйткән һүҙҙәре тарихта ҡалды. Бик дөрөҫ һүҙҙәр. Сөнки элек тә байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙ, еңгәләр, апайҙар бер ҡасан да, бер көн дә эшләмәй, хаҡлы ялға сығыуҙарын көтә ине.
Мин үҙем колхозда ферма мөдире, бригадир, зоотехник булып эшләнем һәм кем нисек эшләгәнен яҡшы беләм. Зөләйха апайҙың эшенә ҡарап, уны үҙ эшенең оҫтаһы, профессиональ малсы булды тип иҫәпләйем. Бер ваҡытта ла зарланып, шыңшып йөрөмәне. Уның 8-се, 9-сы, 11-се биш йыллыҡ ударнигы билдәләре, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары бар. Почет грамоталарының иҫәбе лә юҡ. Өфө тирәһендәге берәй колхозда эшләһә, һис шикһеҙ, берәй орден алыр ине. Хәҙер генә ул лайыҡ булғаны ла, булмағаны ла исем, ордендар алып бөттө...
Марат ағай менән Зөләйха апай 4 ул һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Малайҙарының барыһы ла эшсән, тәрбиәле, тәртипле, Ҡыпсаҡта төпләнделәр. Бер бөртөк ҡыҙҙары Зөлфиә Һағынбаева Байназарҙа ғүмер итә һәм медицина өлкәһендә эшләп йөрөй.
Зөләйха апай - 2019, Марат ағай 2021 йылда вафат булдылар. Зөләйха апай тураһында ул тере саҡта уҡ яҙырға тейеш инем, үҙенә лә был турала әйтеп ҡуйған инем. Өлгөрә алманым. Һуң булһа ла был маҡсатты үтәй алдым, шикелле.

Автор:
Читайте нас