Йәмғиәт
23 Октябрь 2025, 11:19

Район менән йәштәш ағинәй

Иҫке Собханғол ауылында ғүмер итеүсе Шәмиғолова Хәшиә Кәлимулла ҡыҙы - һуғыш йылы балаһы. Хәшиә Кәлимулла ҡыҙы 1930 йылдың ғинуарында Ишдәүләт ауылында донъяға килгән. Ябаҡ мәктәбендә 4-се кластыла тамамлай алмай ҡала, мәктәп яна.

Район менән йәштәш ағинәйРайон менән йәштәш ағинәй
Район менән йәштәш ағинәй

-Артабан уҡып булманы. Әсәйемде бүрәнә ҡырҡыуға алып киттеләр. Мин бер үҙем мал менән торҙом да ҡалдым. Әсәй 15-20 көнгә бер ҡайтып йөрөнө. Бесән сапҡандарында тау башында ғына тигәндәй яттылар. Шунда ла Маликов тигән председатель, Байназарҙыҡы, өйгә ҡайтарманы. “Ауылға төшөп йөрөгәнегеҙҙе күрһәм, атам”, тип ҡурҡытҡан. Һуғыш ваҡытында закон ҡаты булды.

Һыйырҙы егеп, һөрәп алып китә торғайныҡ йылаға. Ызылдааап ҡына китер ине. Ҡайтҡанда һыйыр үҙе ҡайта, бахыр. Әсәмә: “Балаңды ағас баҫа, йөрөтмә”, ти торғайнылар. Йыла тейәйбеҙ ҙә һөйрәп ҡайтабыҙ. Үҙебеҙгә лә кәрәк бит инде. Әсәм төнөн бушата тегене. Һуғыш ваҡытында беҙ һыйырҙан өҙөлмәнек. Беҙҙең һыйыр елендәй башлаһа, еңгә, һыйырыңдың тыуындығын ташлама, тип тыуындыҡ алып ҡайтып ашай торғайнылар.

360 баш һарыҡ булды. Һарыҡ көттөм. Кискелек тәкәләрен бер, елендәгәндәрен икенсе башҡа, тыуҙарын бер яҡҡа айырып ябаһың. Йыла алып килеп, тыштан баһрау аша ташлап ашатам.

Кәртүк ерен серек кәртүк өсөн ҡаҙалар. Ҡышлаған кәртүк алып ҡайтып һалһаң, аҡ ҡына селәүсендәр сыға. Уны алып ташлап тораһың да, утҡа ултыртып бешерәһең инде. Ул кесерткән ҡалманы, ҡуҙғалаҡ. Ҡаҡының бөрөһөн борсаҡ урынына һыпырып алып бешереп ашанылар.

1922 йылғы Шәфиғә апайым 3 йәшендә үлеп ҡалған. Хәжирә апайым һуғыш ваҡытында 7 йәшендә һыуыҡ алдырып үлеп киткән. Әғзәр ағайым тыуғас та үлгән. 4-се балаһы мин генә ҡалғанмын. 1935 йылда атам үлеп ҡалған. Әсәйемә шул саҡ бик ҡыйын булған инде. 40 көн эсендә 3 яҡын кешеһен юғалтҡан – атайымды, Әғзәр улын, әсәһен. Әсәйем икенсегә кейәүгә сыҡты, әммә балалары булманы. Үгәй атай һуғышҡа китеп, 1955 йылда ҡайтты ла, 1957 йылда икенсегә өйләнде.

Хәтәр заманалар булды инде. Хәҙер бөтә нәмә лә бар, Аллаға шөкөр.

Еңел эштә эшләмәнем. Кладаущик булғанда бухгалтерға уҡытырға ебәрергә уйлағайнылар, мин Берлеккә ҡап өйрәнергә киттем дә барҙым. Ҡайтарырға ла тырыштылар, мин ҡара эшкә әйҙәнеп тотондом да киттем.

Үткән ғүмерҙә рәхәттек булманы, шулай булһа ла, Хоҙай һаулығын бирҙе. Бүрәнә ҡырҡҡанда аяғымды ла саптым, ҡулым да һынды. Хоҙай ҡазаһын биреп торҙо, шәбәйергә лә насип итте. Икенсе ҡулым да шәбәйҙе, яурыным да төҙәлде. Бер ҙә үкенерлек түгел, Аллаға шөкөр, ашарыма ла, кейәремә лә бар, пенсия етә, -  тип барына шөкөр итеп ултыра Хәшиә инәй.

Хәшиә Кәлимулла ҡыҙының эшләмәгән эше ҡалмаған.

-Мин бер генә эштә эшләмәнем – һауынсы булманым. Арҡан иштем, ҡап һуҡтым, һалабаш һалдым, кирбес һуҡтым, ҡаянан таш аҡтарып, эзбиз яҡтыҡ. Ғәләүетдин ҡарт эшләтте. Бүрәнә ҡырҡтыҡ, утын әҙерләнек. Районды шулай тәьмин иттек. Ябаҡтан 4 ҡыҙ инек. Канониколдә бүрәнә ҡырҡҡанда Сәлимә исемле иптәшем менән икәү булдыҡ. Ҡарағай йығабыҙ. Бер заман ағас ултырҙы ла ҡуйҙы бысҡыбыҙға. Эттек-эттек күҫәк менән - ҡоламаны. Әйҙә, балта менән бынау бәләкәйерәген йыға торайыҡ, тип эшләп йөрөһәк, ҡарағай килә ҡолап. Сәлимә бер яҡҡа, мин икенсе ағас төбөнә һикерҙек. Бер аҙ торғас, мин: “Сәлимә?!” тиһәм, иптәшем: ”Хәшиә, һинме, тереме?” тип ул да, мин дә илап ебәрҙек. Ҡараңғы төштө. Атлай алмайбыҙ ҙа ҡуябыҙ, быуын бөткән. Төнгө 11-12-ләргә ағас араһынан саҡ килеп сыҡһаҡ, кешеләр бөтәһе лә тышта торалар. “Исмаһам, ат менән ҡаршы барһағыҙ ни була”, тип илайбыҙ. Икенсе көнө кешеләр беҙ ултырған ерҙе барып ҡарап, аптыранылар, Сәлимәнең ятҡан, минең ултырған ерҙә ағастарҙы ҡарағай өҙә һуғып килеп төшкән.

Бер ваҡыт ат алып ҡасып, арбаны түңкәрә һуҡты һәм мин арба аҫтында ҡалдым. Беләгем әйләнеп сыҡҡан ине. Ҡыпсаҡҡа алып барҙылар, беләгемде тартҡылап ҡайтарҙылар. Бында Рәхим Хамматович бер аҙ дауалап, нисек тә шәбәйгәйне. Икенсе йылына һал ағыҙырға киттек. Ҡана, Үҙән, Берлек яғынан 3 йыл төштөк артель ваҡытында.

Бер мәл һалға 8 ҡап тейәп китеп барабыҙ. Үгәй атай алдан, мин артта, ишкәктә. Эләктек тә ҡуйҙыҡ. Өс ҡушма үтеп китте, мине ҡуша алманы, бәреп китте, өҙөлөп киттем. Илайым. Паромщиктар: “Төшмә, һеңдем, хәҙер тотабыҙ”, тип тотоп ҡалдылар.

Еңеү көнөн иғлан иткәндәрендә Үҙәндән һал ағыҙып бара инек. “Һуғыш бөттө!” тип һөйөнсөләнеләр.

Ҡыуаныс булһа ла, тормош ыңғай ғына рәтләнеп китмәне әле. Ярты икмәк кенә бирәләр. Һаман да һалым түләтә инеләр - өй башына 8 кг май, 100 йомортҡа, 46 кг ит, берәй нәмәңде һатып, займ түләйһең, үҙең үлән-фәлән ашайһың, түләйһең инде.

1953 йылда Берлек яғы Сабирйәнгә кейәүгә сыҡтым. Ҡәйнәм бер бәләкәй генә өйҙә торған. Уҫаҡтан өй һалып алдыҡ. 36 йыл ҡәйнә менән йәшәнем. Аш-һыу тирәһендә һәр саҡ ҡәйнәм генә булды. Мин һаман ирҙәр урынына эштә йөрөүемде дауам иттем. 36 йылдың һуңғы 3 йылында, ҡәйнәм ятып киткәс, уны үҙем ҡараным.

Лесхозда ла эшләнем. Райпоға ла эшкә алдылар. Ашханаға посуда йыуырға ла барҙым. Бер айҙан өлкән ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Бер йылдан пекарняға сыҡтым. Һуңғы йылдары автовокзалда эшләнем. Бабай менән 58 йыл бергә йәшәнек. Сабирйән ҡолап, билен һындырып ятты. Уны 3 йыл 7 ай 15 көн көттөм, ауыҙына һалып ашатып. 2011 йылдың мар-тында китеп барҙы. 1953 йылда ошонда нисек килеп төпләнһәм, шунан алып бер ҡайҙа ла китмәнем. Ябаҡҡа ла бара алманым. Һәйбәт эшләгәс, Өфөгә 3 мәртәбә алып барҙылар.

5 ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Бер ҡыҙым Дүртөйлөлә, биш балам Бөрйәндә. Улым менән киленем бер ишек алдында. Балалар килеп тора. 1957 йылда машинка алғайным. Балаларға тик тегеп, бәйләп кейҙерҙем, һатып алманыҡ.

Бабай ғүмере буйы урман хужалығында эшләне. Уның планын үтәшәм тип, балаларымды имеҙә һалып ҡалдырып китеп, мин дә йөрөнөм.

Көндәр үтмәй тормай, ҡул эштәре менән булам, бәйләйем, түшәктәремде машиналарына һалып йөрөйҙәр.

Район менән тиңдәш инәйҙең йәшлеге ауыр үтһә лә, ҡартлығы бәхетле. Ошо бәхетенән яҙмаһын.

Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас