Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2025, 14:39

Батыр исеме үлемһеҙ

Бөгөн Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә 2000 йылдың 20 октябрендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған мәктәбебеҙҙең элекке уҡыусыһы Нурғәлин Филүс Мөбәрәк улының иҫтәлегенә уның исемен йөрөтөүсе Айһылыу Роберт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова етәкселегендәге 11-се класс уҡыусылары һәм ҡәҙерле ҡунағыбыҙ, батырыбыҙ Филүс Нурғәлиндың әсәһе Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙы Нурғәлина ҡатнашлығында сара уҙғарылды.

Батыр исеме үлемһеҙ
Батыр исеме үлемһеҙ

Уҡыусылар менән мәңге үлемһеҙ батырыбыҙ хаҡында әңгәмәләшеп, уның исемен бер минут тын ҡалып иҫкә алып, мәктәп стенаһында урынлаштырылған таҡтаташына сәскәләр һалынды.

Улының исемен йөрөткән класс уҡыусыларына Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙы күстәнәстәр ҙә алып килеп таратты.

Класс етәксеһе Айһылыу Роберт ҡыҙының һөйләгәндәре сарала тетрәндергес тә, ғорурланырлыҡ та ине:

- Ерҙә йәшәгән һәр кем дә быуаттар буйына халыҡ хәтерендә һаҡланырлыҡ яҡты эҙ ҡалдыра алмай. Әммә улар ҡаһарманлығы, матур эштәре, батырлыҡтары менән йөрәк түрендә урын ала. Үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күсһә лә, яҡты һыны күңелдәрҙә йәшәй бирә. Улар - беҙҙең рухи байлыҡ ише.

Беҙ бөгөн хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ, мәңге үлемһеҙ батырыбыҙ – Нурғәлин Филүс Мөбәрәк улының батырлығы алдында баш эйәбеҙ...

Нурғәлин Филүс Мөбәрәк улы 1980 йылдың 1 ноябрендә Бөрйән районы Байназар ауылында тыуа. 1987 йылда Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенә 1 синыфҡа уҡырға бара. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, 132-се һанлы Бөрйән һөнәрселек училищеһында шофер һөнәрен үҙләштерә. 1999 йылда ил алдында хәрби бурысын үтәү өсөн хеҙмәткә саҡырыла. Хәрби хеҙмәтте Сочи ҡалаһында башлай, унан Грузияға, ә аҙаҡ Адыгей республикаһының Майкоп ҡалаһына күсерелә. 2000 йылдың 16 майынан Абхазия ерҙәренә оҙатыла һәм 2000 йылдың 20 октябрендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Филүс Нурғәлин ил алдында күрһәткән батырлығы өсөн, үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” ордены менән бүләкләнә. Батыр яугирҙың исеме «Хәтер» китабына ла индерелә. 2005 йылда Байназар мәктәбендә батыр яугир хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылды.

Класыбыҙ бишенсе йыл уның исемен йөрөтә. Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙына рәхмәтлебеҙ, йылда ла яҡшы уҡыған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, спортта, хеҙмәттә алдынғы бер мәктәп уҡыусыһына батыр улы иҫтәлегенә стипендия тапшырыуы йолаға әүерелде. Бөгөн беҙ яугир яҡташыбыҙ Нурғәлин Филүс Мөбәрәк улының әсәһе алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...- тип һөйләне класс етәксеһе Айһылыу Роберт ҡыҙы ғорурланып батыр хаҡында.

Эйе, был класс батыр исеменә тап төшөрмәй, яҡшы уҡыйҙар, тәртиплеләр, батырҙың ҡәҙерле әсәһе Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙын да һәр саҡ хөрмәтләп, ихтирам итеп кенә торалар. Әсәне ҡәҙерләп, тыуған көнөн онотмай, ҡотлайҙар, Ололар көнөнә, Әсә көнөнә һәр саҡ ололап саҡыралар. Бергә - бергә, кәңәш - төңәш итешеп, ярҙамлашып йәшәйҙәр.

Яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү, уларҙы хөрмәт менән иҫкә алыу һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Беҙҙең тыныс һәм матур тормош өсөн үҙ йәндәрен фиҙа ҡылған, тыуған ил именлеге өсөн бөтә көсөн һалып, яҡты киләсәк өсөн баһалап бөтмәҫлек батырлыҡ күрһәткән яугир яҡташыбыҙ, Нургалин Филүс Мөбәрәк улының ҡаһарманлығы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

Рәсәй именлеге өсөн үҙҙәренең йәнен һәм тәнен фиҙа ҡылған, егеттәребеҙҙең күрһәткән ҡаһарманлыҡтары киләсәк быуынға өлгө һәм үрнәк булып торасаҡ!

Батыр исеме үлемһеҙ
Батыр исеме үлемһеҙ
Батыр исеме үлемһеҙ
Батыр исеме үлемһеҙ
Батыр исеме үлемһеҙ
Автор: Сәйҙә Сәйәхова
Читайте нас