Йәмғиәт
16 Октябрь 2025, 07:00

Башҡортостан он экспортын ике тапҡырға арттырған

Башҡортостан продукцияһын традицион һатып алыусылар булып Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Үҙбәкстан һәм Төркмәнстан ҡала.

Башҡортостан он экспортын ике тапҡырға арттырғанБашҡортостан он экспортын ике тапҡырға арттырған
Башҡортостан он экспортын ике тапҡырға арттырған

Башҡортостандан 9 ай йомғаҡтары буйынса элекке СССР республикаһында 21,4 мең тоннанан ашыу бойҙай һәм арыш оно һатылған, тип хәбәр итә  Россельхознадзор ҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли  проекты бурыстарының береһе булып тора.

Төбәктән иген эшкәртеү продукцияһы экспорты күләме йыл башынан ике тапҡырға тиерлек артҡан: былтыр ошо уҡ осорҙа республиканың он етештереү предприятиелары сит илгә 12,5 мең тонна самаһы бойҙай һәм арыш оно оҙатҡан. Башҡортостан продукцияһын традицион һатып алыусылар булып Әзербайжан, Әрмәнстан, Грузия, Үҙбәкстан һәм Төркмәнстан ҡала.

Бынан алда Россельхознадзор сит илгә йәш тауыҡтарҙы, тәүлек себештәрен, өйрәктәрҙе һәм ҡаҙҙарҙы 80 процентҡа күберәк оҙатҡан Башҡортостан ҡошсолары ла экспортты арттырған тип хәбәр иткәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент Владимир Путиндың указы менән билдәләнгән «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә 2025 йылда яңыртылған «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Яңыртылған милли проект сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспортты 21,1 триллион һумға тиклем, 2023 йылға ҡарата өстән ике өлөшкә арттырыуға йүнәлтелгән.

Фото: пресс-службы УРСХН по РБ.

Автор:
Читайте нас