

Әле генә үҙе уҡыусы булып, сәнғәт мәктәбенең ҡурай, баян кластарында белем алыусы малай ошо мәктәптә биш тиҫтә йылға яҡын ҡурай дәрестәрен алып бара.
Беҙҙең районда ҡурай класын 1970 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Ҡәҙерғолов асып ебәргән. Йәмил Шәриф улының да остазы була ул. Әйткәндәй, арҙаҡлы ҡурайсы 1946 йылда уҡ “Мәсемташ” халыҡ ҡурайсылар ансамблен ойоштороп ебәргән.
Йәмил Шәриф улы ҡурай класында икенсе йыл ғына уҡыған осоронда уҡ бергә уҡыған иптәштәре менән Мәскәүҙә сығыш яһап, “Орленок” Бөтә Союз лагерына путевка менән бүләкләнә.
Сәнғәт мәктәбен тамамлағас, күңелендә ҡурайға һүнмәҫ һөйөү яралған егет Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Унан Совет армияһы сафтарында хәрби бурысын үтәп ҡайта һәм шул уҡ йылда сәнғәт мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша.
Үҙ эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусыны 1996 йылда сәнғәт мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Йәмил Шәриф улы был вазифаны башҡарған осорҙа мәктәптә бейеү класы асыла, тынлы инструменттар класы кире тергеҙелә.
Йәмил Шәриф улы “Мәсемташ” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең тарихына ла тос өлөш индергән. 1980-2022 йылдарҙа ул етәкләгән ансамбль бихисап конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Киләһе йыл ансамблдең барлыҡҡа килеүенә 80 йыл тула.
-“Мәсемташ” менән ҡайҙа ғына сығыш яһаманыҡ –Ырымбурҙа, Мәскәүҙә, Силәбелә, Новгородта, һанай китһәң, бик күп. Шулар араһынан, минеңсә, иң әһәмиәтлеһе Чебоксарҙа үткән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә лауреат исеме алыуыбыҙ һәм Бөрйәндә үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһында Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһауыбыҙ.
Ҡырҙа йөрөгәндә ҡурайға ихтирам көслө, ҡыҙыҡһыныусылар күп икәнен асыҡ тояһың. Мәҫәлән, Ырымбурҙа “Карауанһарай” тарихи архитектура комплексында сәхнәлә башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды уйнағанда барса халыҡ аяғүрә баҫты. Концерттан һуң урамда ҙур сара уҙҙы. Унда ҡатнашыусыларға сығыш яһау өсөн айырым урындар бүленде. Төрлө илдәрҙән килеүселәр үҙҙәренең мәҙәниәтен күрһәттеләр. Беҙ ҡурайҙа бейеү көйҙәрен һыҙҙырып ебәрҙек. Кеше йыйылып китте, дыу килеп бейей башланылар. Уйнап арып бөттөк, халыҡ таралырға ла уйламай.
Новгородта сығыш яһауыбыҙ ҙа иҫтәлекле булды. Һәр ваҡыттағыса, конкурстан һуң урамда үҙ нөктәбеҙҙә торабыҙ. Халыҡ күп, тегеләй-былай үтәләр, тик беҙҙең эргәгә туҡтамайҙар. Эргәлә бер молдовандың һатыу нөктәһе бар, үҙенең эштәрен халыҡҡа тәҡдим итеп ултыра. Бер ваҡыт был гагауз беҙҙең эргәгә килеп, ҡурай менән ҡыҙыҡһына башланы, берәй көй уйнап күрһәтеүебеҙҙе һораны. Мин уға башҡорт халыҡ көйө “Сыңрау торна”ны уйнап ишеттерҙем. Ул башҡорт моңдарының үҙҙәренекенә оҡшаш булыуын әйтеп, еңелерәк берәй көй һораны. Бейеү көйө уйнай башлағайным, гагауз бейергә төшөп китмәһенме! Ысынлап та, уларҙың хатта бейеү хәрәкәттәре лә беҙҙекенә оҡшаш икән. Башҡа егеттәр ҡурайҙарын алып миңә ҡушылды. Кеше йыйылып китте. Һөҙөмтәлә, иң күп халыҡ беҙҙең эргәлә булды.
Ҡыштым ҡалаһында сәхнәлә соло уйнаным. Ҡараһам, халыҡ араһынан бер ир сәхнә яғына ҡарай атланы, ҡулында ҡамсы. Уйнап торам, уйлап торам: “Ҡамсыһы менән яндыра тартһа тартыр, уйнап бөтәм”. Был тамам яҡынлашты - сәхнәнең аҫтына ғына килеп баҫты, минең тән эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Шулай ҙа уйнап бөттөм. Теге ир сәхнәгә менеп, минең ҡулды ҡыҫып ҡамсыһын бүләк итмәһенме?! “Ҡырҙа йәшәһәм дә, минең ата-әсәйем башҡорттар. Үҙебеҙҙең ҡурай моңон ишеткәс күңелгә йылы булып ҡалды”, - тип рәхмәт әйтеп төшөп китте. Быны көтмәгән минең аяҡ быуындар йомшарған, көскә үҙемде ҡулға алдым, - тип көлә Йәмил Шәриф улы. – Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығында Өфөлә Дуҫлыҡ монументында ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙа ҡатнаштым. Ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтергә тейеш инем, шуға кеҫәгә бәке һалып алдым. Тикшереү ҡорамалы пипылдап тик тора шул, аптырағас, бәкене сығарып һалдым. Аңлатып ҡарайбыҙ эш өсөн кәрәк, тип, юҡ, үткәрмәйҙәр. Бәкене ташлап китергә тура килде. Ҡурайҙы эшләгәндә күргәҙмәгә ҡылыс, хәнйәрҙәр ҡуйыусыларҙан алып торҙом. Путин менән Рәхимовты ҡаршы алғас, Рәсәй президентына ҡурай бүләк иттеләр. Ул уйнап күрһәтеүҙе һораны. Президенттың бүләк ҡурайында уйнап ишеттерҙем. В. Путин рәхмәт йөҙөнән минең ҡулды ҡыҫты. Һуңынан егеттәр, бер ай ҡулыңды йыумайһың инде, тип мәрәкәләп йөрөнөләр.
“Мәсемташ” ансамблендә йөрөүселәрҙең күбеһе Йәмил Шәриф улының уҡыусылары. Уҡыусыларының балаларын, ейәндәрен уҡытыу бәхетенә лә эйә булған ул. Улар араһында тормоштарын ҡурай менән бәйләүселәр, башҡа өлкәлә эшләп тә ҡурайҙы ташламаусылар етерлек. Уҡыусыларынан “Аҡбуҙат” тигән ҡурайсылар ансамбле ойоштороп, әлеге көнгә тиклем уны етәкләй. Ансамбль 2000 йылда “өлгөлө” исемен ала һәм уны бөгөнгө көнгә тиклем яҡлап килә. Ҡурайсы-уҡытыусының тырыш һәм фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған.
-Ошо юлды һайлағаныма бер ҙә генә үкенгәнем булманы. Төрлө ваҡыт булды, төрлө балаларҙы күрҙем. Кемдер үҙ теләге менән уҡырға килһә, кемделер ата-әсәһе көсләп алып килә. Үҙ теләге менән килеүселәрҙе уҡытыуы бер ни түгел, ҡыҙыҡһыныуҙарын һүндермәҫкә генә кәрәк. Ә бына көсләп алып килгәндәр менән ныҡышмал эшләү мөһим. Әгәр ҙә шул бала ҡурай менән ысынлап ҡыҙыҡһынып, теләп өйрәнә башлаһа – был минең өсөн ҙур еңеү кеүек.
Ҡурай, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы булараҡ, милләттең йөҙө, үткәне, киләсәге. Ҡурайға өйрәтеү, уны күтәреү – милләтте күтәреү менән бер. Быйыл республикала беренсе тапҡыр Ҡурай байрамы үткәрелеүе ҙур ҡыуаныс. Был киләсәк быуында ҡурайға иғтибарҙы арттырыуға бер аҙым, - тип һүҙен тамамланы ҡурайсы, уҡытыусы Йәмил Шәриф улы.