

– Беҙ, әлбиттә, күп итеп ФАП-тар төҙөй алабыҙ, әммә унда, ауырыуҙар менән көрәштә алғы һыҙыҡта торған фельдшерҙар булмаһа, бынан бер файҙа ла булмауын яҡшы аңлайбыҙ. Беҙ һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ. Ә беҙ яңы ФАП-тар төҙөүҙө дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республикала ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй һәм уларҙың һәр өсөнсөһө яңыртылған, тип хәбәр итте республика Башлығы. Республикала бер нисә йыл элек кенә ФАП-тарҙың 30 проценттан ашыуы авария хәлендә ине. Әле уларҙы заманса модуль конструкциялар алмаштыра. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. 2023 йылдан төбәктә “Һанлы ФАП” проекты индерелә, ул медицина ярҙамы һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлеген яҡшырта, иҫкәртеү медицина тикшереүе үтеү һәм электрон медицина хеҙмәттәренең киң исемлеген алыу мөмкинлеген бирә.
– Алда эш күп. Элек ФАП-тарҙың ниндәй хәлдә булыуын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ – утын менән яғылған, һалҡын һыулы иҫке биналар ине. Медицина тармағында бындай иҫкелек булырға тейеш түгел. Шуға улар артабан да яңырасаҡ. Һәм, әлбиттә, фельдшерҙарҙы һаҡларға кәрәк, араларында өлкән йәштәгеләр ҙә бар, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Р. Хәбировтың МАХ-ы.