Йәмғиәт
6 Октябрь 2025, 11:00

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн ижади индустрия кластары булдырылды

Дәрестәрҙе Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары үткәрә.  

Башҡортостанда “Креатив индустриялар кластары” яңы белем биреү проекты эшләй башланы. Уны “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодёжь и дети”) “Приоритет 2030” программаһы сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университетының Бизнес һәм креатив индустриялар экосистемалары институты тормошҡа ашыра, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Уҡыу программаһы ике йылға иҫәпләнгән һәм практик күнекмәләрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен һәм проект эшен үҙ эсенә ала. Белем биреү процесы бер юлы өс майҙансыҡта үтә: Евразия Фәнни-белем үҙәгенең Вуз-ара кампусында, ӨДНТУ-ла һәм ҡатнашыусы мәктәптәрҙә. Программа ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе һәм профессиональ компетенцияларҙы формалаштырыуҙы берләштерә. Балалар үҙҙәрен сәнғәт, дизайн, медиа һәм технологияларҙың төрлө йүнәлештәрендә һынап ҡарай ала; команда эше, коммуникация һәм йәмәғәт сығыштары күнекмәләрен үҙләштерә; киләсәк индустрияларында талап ителгән техник инструменттарҙы үҙләштерә ала.

– Проектты башлау – Башҡортостан йәштәренең ижади потенциалын үҫтереүҙә мөһим аҙым. Беҙ балаларға заманса ижади тармаҡтарҙың мөмкинлектәренең ни тиклем күп төрлө булыуын, яңы технологияларҙы белеү һәм ижади фекерләү һәләте ниндәй перспективалар аса икәнен күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙҙең проект уҡыусыларға үҙ һәләттәрен асырға, үҙҙәрен сәнғәттең төрлө йүнәлештәрендә һынап ҡарарға һәм XXI быуаттың мөһим компетенцияларын формалаштырып, бер-береһе менән эш итергә өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне проект етәксеһе Александра Марьина.

Беренсе ағымда Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернатынан балалар ҡатнаша. Өфөнөң 126-сы мәктәбе һәм М.А. Ферин исемендәге 60-сы лицейы. Бынан тыш, дәрестәргә Бөрө ҡалаһы лицейы уҡыусылары ла ҡушыласаҡ: улар Өфөгә айына бер тапҡыр киләсәк. Һәр класс өсөн айырым модулдәр менән уҡыу планы эшләнгән. Дәрестәрҙе Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары үткәрә. Эшкә юғары уҡыу йорто студенттары ла ҡушыла, улар уҡыусыларға дисциплиналарҙы үҙләштереүҙә ярҙам итә. Уҡыу йомғаҡтары буйынса уҡыусылар үҙ проекттарын яҡлаясаҡ. – ӨДНТУ менән берлектә был проектты тормошҡа ашыра башлауыбыҙға бик шатбыҙ. Хәҙер мәғариф системаһының бурыстарының береһе – уҡыусыларҙа уҡыу һәм йәшәү өсөн кәрәкле һөнәри алды күнекмәләрен формалаштырыу. Был буласаҡ һөнәрҙе һайлауға һәм сифатлы үҙләштереүгә асҡыс, – тип билдәләне 126-сы мәктәп директоры Лилиә Исаева. Фото: национальныепроекты.рф.

Автор:
Читайте нас