
12-15 ноябрҙә "Рәсәй" милли үҙәгендә "Һанлы сиселеш" ИТ-форумы үтә.
Сараға ярашлы, милли премияға ғаризалар ҡабул итеү бара. Унда эшмәкәрлектәре мәғлүмәт технологиялары менән бәйле компаниялар ҡатнаша ала.
ИТ өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү - "Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектының (нацпроект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") маҡсаттарының береһе.
- Премия мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләйәсәк, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри бәйләнештәрҙе нығытыу һәм инновациялы тәҡдимдәрҙе федераль кимәлгә еткереү өсөн шәп платформа булып тора, - ти Башҡортостандың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.
Милли премия һанлы иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе дәүләт һәм бизнес проекттарын билдәләүгә йүнәлтелгән.
Ғаризалар 9 октябргә тиклем ҡабул ителә, ә еңеүселәрҙе бүләкләү 12 ноябрҙә үтәсәк.
Ғаризаны проекттың сайтында бирергә мөмкин.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башинформ".