Йәмғиәт
3 Октябрь 2025, 05:00

Иҫке Собханғол – Мораҡ юлын ремонтлау тамамланды

Юлсылар юл профилен төҙәтә, ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһынан яңы япма һала, шулай уҡ һыу ағыҙыу ҡоролмалары төҙөй.

Иҫке Собханғол – Мораҡ юлын ремонтлау тамамландыИҫке Собханғол – Мораҡ юлын ремонтлау тамамланды
Иҫке Собханғол – Мораҡ юлын ремонтлау тамамланды

Күгәрсен районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Иҫке Собханғол — Мораҡ юлының алты километрын ремонтлау тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан.

Эштәр Сюрень утарынан алып Мораҡ ауылы яғына тиклем алып барыла. Юлсылар юл профилен төҙәтә, ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһынан яңы япма һала, шулай уҡ һыу ағыҙыу ҡоролмалары төҙөй.

— Иҫке Собханғол – Мораҡ юлы Бөрйән һәм Күгәрсен райондарын тоташтыра, унда дөйөм алғанда 44 меңдән ашыу кеше йәшәй. Юлда көн һайын трафик 1600 автомобилде тәшкил итә. Бынан тыш, трасса туристар тарафынан талап ителә, сөнки ул Башҡортостандың иң матур урындарының береһе булған Мораҙым тарлауығынан алыҫ түгел үтә. Шуға күрә уны норматив хәлгә килтереү һәм хәүефһеҙ һәм уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим ине, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:
Читайте нас