

-Дөйөм алғанда, районда хәл тотороҡло килә. Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар дауам итә. Халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам, газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ.
Районда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаман да арта бара. Профилактика сараларын, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен дә үтәү мотлаҡ.
«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль программаһына ярашлы ауылдарҙы мобиль Интернет менән тәьмин итеү буйынса тауыш биреү дауам итә. Исемлеккә беҙҙең райондан Мәһәҙей, Мәндәғол, Ғәлиәкбәр, Ҡолғана, Тимер ауылдары индерелгән. Тауыш биреү “Дәүләт хеҙмәттәре” (Госуслуги) www.gosuslugi.ru/inet. порталында бара. Барығыҙҙы ла тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырам!
Райондың 95 йыллығын, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 100 йыллығын үткәреү сараларына әҙерлек эше буйынса һорауҙар ҡаралды. Районыбыҙ байрамын таҙа һәм матур килеш ҡаршылаһын өсөн берҙәм тырышлыҡ һалайыҡ. Һәр кем дөйөм эшкә мөмкин булғанса өлөш индерә ала: үҙ ихатаһын, эргә-тирәһен тәртипкә килтерә. Был - беҙҙең тыуған йортобоҙ, беҙ унда таҙалыҡ һәм тәртип һаҡларға тейешбеҙ.
Территориаль һайлау комиссияһының ҡарарына ярашлы, 14 сентябрҙә - берҙәм тауыш биреү көнөндә, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһенә өҫтәлмә депутаттар һайлау үтте. Һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һәр кемгә әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәтемде белдерәм, - ти Рәмил Миңлеәхмәт улы.