

Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һалымды иҫәпләгәндә һәр типтағы бер объектҡа ташлама ҡаралған: бер фатирға, бер йортҡа, бер гараж/машинаға урын, 50 квадрат метрға тиклем майҙанлы һәм ер участкаһында урынлашҡан бер хужалыҡ ҡоролмаһына. Миҫал: әгәр пенсия алды хеҙмәткәренең ике фатиры, бер йорто һәм ике гаражы булһа, льгота бер фатирға, бер йортҡа һәм бер гаражға ҡулланыласаҡ.
Ер һалымын иҫәпләгәндә льгота 6 сутыйға тиклемге участкаларға ҡағыла- әгәр майҙан ҙурыраҡ булһа, һалым артып киткән майҙандан ғына алына. Миҫал: 10 сутый участка майҙаны булғанда 4 сутыйҙан һалым алына (10 - 6 = 4).
Һалым хеҙмәте автоматик рәүештә Социаль фондтан льготаға хоҡуҡ тураһында мәғлүмәт ала һәм уны ғаризаһыҙ ҡуллана. Әгәр льгота иҫәпкә алынмаһа, пенсия алды хеҙмәткәре һалым органына йәки Рәсәй федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет аша ғариза бирә ала.
Бер нисә объект булған осраҡта, һалым түләүсе 31 декабргә тиклем льгота ҡулланыу өсөн һайланған объект тураһында һалым органына хәбәр итергә хоҡуҡлы. Хәбәр ителмәһә, льгота һалым органы тарафынан һалымдың максималь суммаһы булған объектҡа ҡарата биреләсәк.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдары суммаһы 300 һумдан кәм иҫәпләнһә, граждандарға түләүгә һалым белдереүҙәре ебәрелмәй.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара инспекцияһы