Йәмғиәт
27 Август 2025, 10:27

М. В. Нестеров музейы Хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы һәм Греков исемендәге Хәрби рәссамдар студияһы  хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

М. В. Нестеров музейы Хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәкМ. В. Нестеров музейы Хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк
М. В. Нестеров музейы Хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Сара Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үтте. РФ Оборона министрлығы мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер билдәләүенсә, ике мәҙәниәт учреждениеһының үҙ-ара килешеп эш итеүе яңы офоҡтарға юл аса, тип билдәләне. Ике уникаль музейҙың бергә килешеү төҙөүе - ул армия, мәҙәниәт, берҙәмлек, тип белдерҙе. М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғолов берлектә эшләүҙең яңы проекттарға юл асыуын, һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында " Рәсәйҙе яңынан, бергә асабыҙ!" исемле күргәҙмә асылды. Унда Греков исемендәге Хәрби рәссамдар студияһы ағзаларының әҫәрҙәре менән танышырға була.

М. В. Нестеров музейы Хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк
М. В. Нестеров музейы Хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк
М. В. Нестеров музейы Хәрби рәссамдар студияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк
Автор:
Читайте нас