

Монументтың авторы-Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. 2,2 метр бейеклектәге яугирҙың бронза скульптураһын Мәскәүҙә ҡойоп, Башҡортостанға алып килгәндәр.
Тантаналы сарала хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәһе Владимир Һәм Алина Серафимовтар, уның хеҙмәттәштәре, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм хәрби-патриотик берләшмәләр активистары ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы яугир-десантсыларҙы байрам менән ҡотланы һәм Максим Серафимовтың исеме республиканың хәрби дан тарихына яҙылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә беҙ Рәсәй Геройы Максим Владимирович Серафимовҡа һәйкәл асабыҙ. Уның яҙмышы, батырлығы тураһында белгәс, шаҡ ҡаттым. Яҡты, матур, аҡыллы, ысын яугир шундай батырлыҡ ҡыла, иптәштәрен яҡлай һәм ҡотҡара. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү мотлаҡ икәнен аңланыҡ. Шуға күрә «Патриот» паркына Максим Серафимов исемен бирергә һәм бында геройға һәйкәл ҡуйырға ҡарар иттек. Был бик мөһим, - тине Радий Хәбиров. - Бында әҙерлек үтәсәк малайҙарҙың Максим Серафимов тураһында белеүен, унан батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө алыуын теләйбеҙ. Тыуған ил өсөн һуғышта һәләк булған һәр кемдең иҫтәлеге мәңге беҙҙең менән ҡаласаҡ, беҙ уны һаҡлаясаҡбыҙ. Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа мәңгелек дан! Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән бөтә яугирҙарға мәңгелек дан!
Хәрби хеҙмәткәрҙең атаһы Владимир Серафимов Башҡортостан Башлығына һәйкәл төҙөү инициативаһы һәм был проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
-Был Максимға ғына түгел, бөтә яугир – разведчиктарыбыҙға ла һәйкәл, - тине Владимир Серафимов. Девизы - «Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел!» булған бөтәһен дә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Һәйкәл асылғандан һуң Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориал төҙөү пландары хаҡында һөйләне.
- Беҙ Салауат Александрович (скульптор С.А. Щербаков) менән МХО геройҙарына арналған ҙур мемориал төҙөү проектын тикшерҙек. Монументты проектлайбыҙ, уның ниндәй булырға тейешлеген уйлайбыҙ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - Ә бөгөн, байрам көнөндә, зәңгәр кейемдәге бөтәһенә лә хеҙмәт һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт әйтергә теләйбеҙ.
Справка:
Максим Владимирович Серафимов – российский военнослужащий, командир группы специального назначения 2-й отдельной бригады спецназа. Родился 8 января 1995 года в Уфе. Окончил Рязанское воздушно-десантное командное училище имени генерала армии Василия Маргелова, после чего проходил службу в Пскове. Принимал участие в специальной военной операции.
27 февраля 2022 года в составе разведывательного отряда специального назначения старший лейтенант Максим Серафимов попал под шквальный огонь превосходящих сил противника. Действуя мужественно и решительно, грамотно организовал оборону личного состава, которую удерживал 10 часов. При очередном штурме одна из гранат упала в двух метрах от офицера. Военнослужащий накрыл её своим телом и спас подчинённых от гибели.
Указом Президента России за мужество и героизм, проявленные при исполнении воинского долга, старшему лейтенанту Максиму Владимировичу Серафимову посмертно присвоено звание Героя Российской Федерации.