
Милли проект Саҡмағош дауаханаһына автомобилдәр паркын яңыртырға булышлыҡ иткән. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы мөмкин булды. Күптән түгел автомобилдәр паркына “Lada Granta” маркалы машина килтерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Еңел машина дүрт пассажир, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙы, ташыуға иҫәпләнгән.
Быйыл Башҡортостанда “Башҡортостан Республикаһының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһына (региональная программа “Модернизация первичного звена здравоохранения Республики Башкортостан”) республикала алты поликлиниканы сафҡа индереү планлаштырыла.
Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.