Гепатит - бауыр шешеүе, ул күп кенә инфекцион һәм инфекцион булмаған факторҙар, шул иҫәптән алкоголь, ҡайһы бер фармакологик препараттар һ.б. арҡаһында барлыҡҡа килергә мөмкин. Шулай ҙа иң йыш зарарланыу осрағы вирустарға бәйле. Әлеге ваҡытта 5 - A, B, C, D, E гепатит вирустары билдәле һәм уларҙың һәр береһе кеше һаулығы өсөн етди хәүеф тыуҙыра. Вируслы гепатиттар төрлө ысулдар менән йоға. A һәм E гепатит вирустарын башлыса бысранған һыу, аҙыҡ-түлек һәм бысраҡ ҡулдар аша, ә B, C һәм D гепатиты вирустарын ҡан аша (наркотик препараттар инъекциялағанда, татуировкалар яһағанда, пирсинг ҡуйҙырғанда, косметик, маникюр, педикюр һәм башҡа процедуралар эшләгәндә), енси мөнәсәбәт ваҡытында эләктерергә мөмкин. Шулай уҡ вирус инфекциялы әсәләрҙән балаға ла күсә.
Ауырыуҙы иҫкәртеү саралары - ябай гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, вакцинация эшләтеү. Әлегә тиклем С гепатитына ҡаршы вакцина уйлап табылмаған, быны белгестәр вирустың юғары үҙгәреүсәнлеге менән бәйләй.
Ер йөҙөндә 500 миллиондан ашыу кеше гепатит вирусын йөрөтә, тимәк, һәр 12-се кеше тигән һүҙ.
Статистика буйынса гепатит сирлеләр ВИЧ һәм онкология ауырыуҙары менән сирләүселәрҙән 12 тапҡырға күберәк.
Йыл һайын был ҡурҡыныс сирҙән миллиондан ашыу кеше үлә. Ваҡытында асыҡланмаған гепатит 15-30 йыл дауамында циррозға һәм бауыр яман шешенә килтереүе ихтимал. Шуға ла һәр кемгә йыл һайын медицина тикшерелеүе үтеү бик мөһим.