Йәмғиәт
25 Июля 2025, 06:51

Башҡортостанда атайҙарҙы "Атай ҡаһарманлығы" конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостанда атайҙарҙы "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә VI Республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуы сәбәпле, 24 июлдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Советы ултырышында был конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү ваҡытын 2025 йылдың 20 авгусына тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостанда атайҙарҙы "Атай ҡаһарманлығы" конкурсында ҡатнашырға саҡыраларБашҡортостанда атайҙарҙы "Атай ҡаһарманлығы" конкурсында ҡатнашырға саҡыралар
Башҡортостанда атайҙарҙы "Атай ҡаһарманлығы" конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Әлеге ваҡытта конкурс комиссияһына 170 ғариза килгән. Бүләкләү тантанаһы ағымдағы йылдың октябренә билдәләнгән. Конкурс тураһында положениела конкурс ғаризаларын баһалауҙың 3 критерийы билдәләнгән:

- конкурста ҡатнашыусының балалар тәрбиәләүгә индергән өлөшө,

- йәмәғәт, ирекмәнлек эшмәкәрлегенә индергән өлөшө, профессиональ, хеҙмәт эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары,

- ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә индергән өлөшө.

"Атай ҡаһарманлығы" республика конкурсы 2020 йылдан алып 2025 йылға тиклемге осорға Башҡортостандың ғаилә сәйәсәте Концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса 2019-2025 йылдарға саралар Планына ярашлы төбәктең Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән үткәрелә. Үткән 4 йылда унда 1020 кеше ҡатнашҡан, 196 атай конкурста еңеүсе булған.

Конкурста ҡатнашыусыларға һылтанма буйынса анкета-ғариза тултырырға кәрәк https://clck.ru/3MJyoD

Конкурс шарттары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте конкурс тураһында Положениела уҡығыҙ https://clck.ru/3MJyts

Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 280-82-36

Автор:
Читайте нас