Йәмғиәт
18 Июль 2025, 05:41

Ололарға финанс ғилем буйынса проект башланды

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы (Рәсәй Банкы) “Одноклассники” социаль селтәре менән берлектә ололар өсөн яңы «Деньги под защитой» исемле проект башланы.

Ололарға финанс ғилем буйынса проект башландыОлоларға финанс ғилем буйынса проект башланды
Ололарға финанс ғилем буйынса проект башланды

14 июлдән 1 авгусҡа тиклем Рәсәй Банкы “Одноклассники” селтәрендәге сәхифәһендә шәхси финанстар тураһында видеолекциялар, карточкалар һәм башҡа файҙалы материалдар сығарасаҡ.

Пенсия йәшендәге тыңлаусыларға белгестәр асыҡ формала шәхси финанстар менән хәүефһеҙ идара итеү, банк һәм страховка продукттарын һайлау, пенсияны дөрөҫ итеп бүлеү, карта менән түләгәндә хәүефте кәметеү һәм мутлашыусыларҙан һаҡланыу саралары (булған хәлдәргә таянып) тураһында һөйләйәсәктәр.

 

#ДеньгиПодЗащитой

   

Автор:
Читайте нас