

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре статистика күрһәткестәре буйынса наркомандың “портрет”ын һүрәтләгән. Йыш осраҡта был афәткә йәштәр, нигеҙҙә, 35 йәштән өлкән булмағандар тарый. Рөхсәт ителмәгән матдәләр менән мауығыу “компания өсөн” башлана икән. Бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре “өлкәнәйергә” йәки киҫкен тойғоларҙы татып ҡарарға ынтыла. Һөҙөмтәлә наркоманияға баҫҡан ҡыҙҙар йәки егеттәр үҙҙәренең социаль бәйләнештәренән ҡолаҡ ҡаға.
“Наркоман – психоактив матдәгә мауығыу, ә уны еңеүе бик ауыр. Наркоманияның барлыҡҡа килеүенең төп билдәләре – наркотиктарға өйрәнеү, дозаны арттырыу ихтыяжы, наркотиктарға физик бәйлелек. Һөҙөмтәлә сираттағы доза булмағанда абстинент синдром йәки “ломка” барлыҡҡа килә”, - тип билдәләнеләр министрлыҡта.
Наркомания бер ҙә яҡшыға килтермәй. Уның менән ғаиләгә бергә ҡайғы килә. Бигерәк тә ҡыҙҙар һәм егеттәр был бәләгә тиҙ тарый, ә унан ҡотолуы еңел түгел.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.