Йәмғиәт
10 Июль 2025, 10:15

Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин судьялар тәғәйенләү тураһындағы ҡул ҡуйған указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.  

Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне
 
Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Документтан күренеүенсә, алты йыл эшләү шарты менән Ишембай ҡала суды рәйесе урынбаҫары итеп Алгис Мөфтиев тәғәйенләнде. Ғәфүр Ибраһимов Күгәрсен район-ара суды рәйесе ителде.

Баймаҡ район суды судьяһы - Резеда Хасаева, Балтас район-ара суды судьяһы — Радмир Фәтҡуллин, Ҡариҙел район-ара суды судьяһы - Илфир Хәбибуллин, Өфөнөң Октябрьский район суды судьяһы Галина Щербакова буласаҡ.

Автор:
Читайте нас