Йәмғиәт
20 Июнь 2025, 13:18

ММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү менән нығытты

Магнитогорск металлургия комбинаты һәм Башҡортостан хөкүмәте Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте республикала туристик инфраструктураны үҫтереү тураһында килешеү менән нығытты.

ММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү  менән нығыттыММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү  менән нығытты
ММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү менән нығытты

“ММК” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Шиляев:

-Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү беҙҙең емешле үҙ-ара эш итеүгә яңы этәргес бирер, тип ышанам. Берлектәге тырышлыҡ менән беҙ туризм өлкәһендә яңы ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ, улар магнитогорск халҡына ла, башҡортостан республикаһы халҡына ла, ҡунаҡтарына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Рөстәм Моратов: 

-Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәте туризмдың төрлө төрҙәрен үҫтереү өсөн ҙур потенциал булдыра. ММК төркөмө Башҡортостандың туристик йәлеп итеү объекттары булған Әбйәлил һәм Белорет райондарында туристик индустрия үҫешенә ҙур өлөш индерә. Беҙҙең берлектәге проекттар-республикала ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын артабан үҫтереү буйынса ҙур стратегияның бер өлөшө.

ММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү  менән нығытты
ММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү  менән нығытты
ММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү  менән нығытты
ММК һәм Башҡортостан хөкүмәте күп йыллыҡ хеҙмәттәшлекте килешеү менән нығытты
Автор:
Читайте нас