

Виталий Ришат улы Иҫке Собханғол ауылы егете. Әле уға 21 йәш, Иркустк өлкәһендә машинист-эксковаторсы булып эшләй. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына 2018 йылда теркәлгән.
Рәмил Миңлеәхмәт улы килешеүгә ҡул ҡуйғанда Виталийҙың хәлдәрен һорашып, фатирҙың тапшырылыу шарттарын аңлатты һәм уңыштар теләне. Торлаҡ асҡысы менән бергә йәш егеткә электр сәйнүге лә бүләк итте.
Районда етем балаларға фатир биреү Башҡортостан Республикаһындағы “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы фатир менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө көндә районда был программала үҙ фатирын алыу өсөн 38 бала сиратта тора.