

10 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш режимында илебеҙ төбәктәренең яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын асыу сараһында ҡатнашты. Улар араһында Өфөләге Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы ла бар. Һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн был медицина учреждениеһының мөһимлеге тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
"Майҙаны 35 мең квадрат метр булған яңы бинаны 2019 йылдың июлендә төҙөй башланыҡ. Корпуста диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлексәһен, поликлиниканы, реанимация менән 10 операция бүлмәһен, интенсив терапия, рентген-хирургия, кардиохирургия бүлексәләрен урынлаштырҙыҡ. Был корпус смена эсендә 320-гә тиклем пациент ҡабул итә ала", - тине ул.
Рәсәй Президенты илдең медицина хеҙмәткәрҙәрен етеп килгән һөнәри байрамдары менән тәбрикләне, эштәрендә уңыштар теләне.
- Бөгөн беҙҙең менән бәйләнештә Воронеж өлкәһе, Башҡортостан, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары. Һаулыҡ һаҡлау тармағында уларҙа бер нисә проект уңышлы тормошҡа ашырылған. Дауахана, поликлиника, онкодиспансерҙар төҙөлгән йәки капиталь ремонтланған. Заманса яҡшы итеп йыһазландырылған медицина учреждениелары – илебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау тармағының һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса системалы, комплекслы йүнәлештәрҙең береһе, - тине Владимир Путин. – Барлыҡ тармаҡ вәкилдәрен Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Был байрам - бөтә Рәсәй граждандары өсөн табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдереү мөмкинлеге.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика кардиоүҙәгендәге яңы хирургия корпусының төбәктә сирҙәрҙе комплекслы диагностикалау һәм дауалау өсөн заманса инфраструктура булдырыуҙағы әһәмиәтен билдәләне.
- Был кардиоүҙәк йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш буйынса тулы циклды формалаштыра. Улар - беҙҙең кардиодиспансер, төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре, ФАП-тар, ауыл табип амбулаториялары, поликлиникалар. Республикабыҙҙа ФАП-тар һаны ике меңдән ашып китә. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һуңғы алты йылда уларҙың 500-өн алмаштырҙыҡ. Улар берҙәм һанлы контурға тоташтырылған. Тимәк, иң төпкөлдәге ауылдағы ФАП-та беҙ электрокардиограмма эшләй һәм шунда уҡ төбәктең ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрә алабыҙ. Оҙаҡ һәм сәләмәт йәшәү өсөн был өҫтәмә өмөт, ышаныс, - тине ул.