

Район буйынса 21 социаль хеҙмәткәр 413 оло кешене, инвалидтарҙы хеҙмәтләндерһә, район үҙәгендә 2 социаль хеҙмәткәр 43 кешегә ярҙам итә.
Социаль хеҙмәткәрҙәр төп эштәренән тыш, йыл дауамында төрлө сараларҙа, ярыштарҙа, акцияларҙа, байрамдарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ МХО-ға гуманитар ярҙам йыйыуҙа, маскировка селтәрҙәре үреүҙә әүҙемлек күрһәтә. Үҙ эштәренә тоғро социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эше лайыҡлы баһаланып килә.
-Беҙҙең эштең төп талабы – кеше менән уртаҡ тел табыу, иплелек, эшлеклелек, ихлас ярҙам итеү теләге һәм мөмкинлеге. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә ошо сифаттар хас та инде. Улар ололар араһында күптән үҙ кеше. Уларҙы көтөп алалар, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалалар. Беҙҙең маҡсат – кешегә мөмкин тиклем сифатлы һәм күберәк хеҙмәт күрһәтеү, ярҙамға мохтаждарҙың тормошон, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, һаулыҡтары, күңел бөтөнлөгө тураһында хәстәрлек күреү. Әлбиттә, беҙ ололарға балаларын алыштыра алмайбыҙ, ләкин тормоштарын йәмлерәк, мәғәнәлерәк итеүгә бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ, - ти “Атайсал” үҙәге етәксеһе Миләүшә Алсынбаева.
Нәби ауылынан Флүзә Һатыбалова социаль хеҙмәткәр булып 7-се йыл эшләй. Уның ҡарамағында 18 инәй-бабай, шул иҫәптән ике инвалид.
-Кемгә ниндәй ярҙам кәрәк икәнен белеп бөткәнмен. Береһен дә айырып ҡарамайым, өйҙәренә барып инеү менән кейемемде алмаштырам да эшкә тотонам. Ҡыштарын бер нисә кешегә ҡар көрәйем, утын индереп, ут яғам. Ҡайһы берҙәренең ҡан баҫымдарын үлсәп, дарыуҙарын эсерәм, дауаханаға алып барам.
Күберәген һыу индереү, иҙән, һауыт-һаба, кер йыуыу, сүп-сар ташлау кеүек эштәр менән мәшғүлмен. Әле бына һарыҡ ҡырҡырға әйттеләр. Көндәр матурайһа, буяу эштәре менән дә булышам. Балалары янына ҡырға сыҡһалар, өйҙәрен ҡараштырам. Ҡайтыуҙарына өйҙәрен йылытып ҡаршы алыу үҙемә лә ҡыуаныс килтерә. Яҡындары, балалары булмағандарға йышыраҡ барырға тура килә. Уйланып йөрөгәнсе, тип эштән һуң да, отпуск ваҡытында ла барып урайым. Инвалидтарға аҙнаһына икене барып, хәлдәрен белешәм. Майға икмәк, ҡоймаҡ бешереп һыйлаһам, айырыуса ҡыуаналар. Эшемде бик яратып башҡарам. Һағынып көтөп алалар, матур итеп оҙатып, рәхмәттәрен яуҙырып ҡалалар. Шулай бергә-бергә эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ, - ти Флүзә Хәкимйән ҡыҙы.
Егәрле хеҙмәткәр эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә өлгөр хужабикә, хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше ҡырҙа эшләгәс, донъя ҡарау эштәре лә уның иңендә.
-Иптәшем эшемде аңлап ҡабул итә. Бөгөн мейесен ябып ҡайтам, һуң ҡайтырмын, тиһәм дә, ярай, ярай, тип кенә тора. Ике балабыҙ ҡырҙа, яныбыҙҙа 5-се класта уҡыусы улыбыҙ бар. Ул минең уң ҡулым, ярҙамсым. Инәйеңә утын индерер кәрәк ине, тиһәм, йүгереп барып ташып та бирә, ҡыштарын ҡарын да көрәшә, - ти ул.
Флүзә Хәкимйән ҡыҙы кешегә ярҙам итеүҙән, ололарға таяныс булып йәшәүенән йәм табып ғүмер итә. Изге һөнәр эйәләренә еңел булмаған эштәрендә сабырлыҡ, артабан да ололарға шатлыҡ бүләк итеп, донъяла изгелек арттырып йәшәргә насип булһын.