

Китап фэнтези жанрында үҫмерҙәр прозаһы булараҡ яҙылған, әммә уны мистика, детектив, XIX быуат аҙағында ҡыҙҙар һәм ҡатын - ҡыҙҙар яҙмышы тураһында реаль тарих булараҡ уҡырға мөмкин, тип иҫәпләй яҙыусы.
"Ауыл" әҫәрендә башҡорт ҡыҙҙарына боронғо ләғнәттән ҡотолорға ярҙам иткән рус малайы Сашка тураһында бәйән ителә. Хикәйә башҡорт халҡының көнкүрешен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һүрәтләй.
Асия Арыҫланова әйтеүенсә, роман яҙғанда башҡорт яҙыусыларының ижадына, Башҡорт драма театрында ҡуйылған сәхнә әҫәрҙәренә һәм этнографик әҙәбиәткә таяна. Ул төрлө төбәктең һәм башҡорт халҡының мифологияһы нигеҙендә әҫәр яҙырға ниәтләй.
Китап «Волчок» нәшриәтендә баҫылып сыға һәм федераль кимәлдә үткәрелгән әҙәби конкурстарҙа еңеү яулай, ә баҫмаға иллюстрациялар эшләгән рәссам Анастасия Николаева «Китап образы»халыҡ-ара китап иллюстрацияһы конкурсында еңеүсе була.
Фото пресс-службы III Международной книжной ярмарки "Китап-байрам". Папка Асия Арсланова