

«Урал батыр» эпосы мотивы буйынса яңы ғына баҫылған китаптарҙы кисә нәшриәттән барып алған. Уларҙа эпос үҙе һүрәтләнә, ә Флүр Ғәзиндың фотолары әҫәрҙә һүрәтләнгән урындарҙы биҙәй.
Был китап башҡорт телендә нәшер ителде, киләсәктә ҡытай һәм рус телдәренә лә тәржемә ителәсәк.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлмира Әлмөхәмәтова фоторәссам иллюстрациялары менән биҙәлгән китапты һатып алыу өсөн балалары менән «Китап-Байрам» йәрминкәһенә килгән. Ул Флүр Ғәзиндең ижадын күптән күҙәтеүен һәм һәр саҡ уның открыткаларын һәм китаптарын һатып алыуы хаҡында һөйләне.