Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2025, 19:56

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа.

2025йылдың 12-13 майында Өфө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа.

Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа.
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙа.

Унда республикабыҙ райондары һәм ҡалаларынан, сит өлкәләрҙән 550 делегаттың ҡатнашыуы көтөлә.

Беҙҙең районыбыҙҙан да был мөһим сараға делегаттар һайланды: район мәғариф бүлеге начальнигы Ғәлләмова Г.Ә., башҡорт телен уҡытыу буйынса район мәғариф бүлеге методисы Шәкиров А.Ә., Иҫке Собханғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәғитова Р.Ғ., Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Истәкова Р.Ә., Байназар урта мәктәбенең Яуымбай филиалы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйәхова С.Ғ., 1-се һанлы Иҫке Собханғол балалар баҡсаһы етәксеһе Исмәғилева А.У.

-Съезда ҡатнашыусылар һигеҙ төрлө тематик майҙансыҡта фекер алышасаҡ: Өфө ҡалаһының 308-се балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләрен “Аҡбуҙат” майҙансығы йыясаҡ; ӨФТУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында башҡорт телен уҡытыуға заманса ҡараш тураһында һөйләшеү өсөн «Гөлөстан» майҙансығы эшләйәсәк; Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә интерактив башҡорт теле буйынса “Һомай” майҙансығы ойошторола; БДПУ-ның “Иҙел” майҙансығында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыусы йәш педагогтар әҙерләү, уларға ярҙам итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ; Ә.Вәлиди исемендәге милли китапханала “Самрау” майҙансығы йәш быуынды китап уҡыуға ылыҡтырыу мәсьәләләрен ҡараясаҡ; 2-се һанлы «СМАРТ» полилингваль күп профилле гимназияһының “Урал батыр” майҙансығында балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, “Шайморатов кластары” проектының әһәмиәте хаҡында һүҙ барасаҡ; Республика милли музейында ойоштороласаҡ “Шүлгән” майҙансығында Башҡортостандың мәҙәниәтен һәм тарихын данлау һәм үҫтереү тураһында мөһим һөйләшеүҙәр көтөлә; 1-се һанлы Республика полилингваль күп профилле гимназияла эшләйәсәк “Аҫылташ” майҙансығы үҙенә полилингваль һәм билингваль белем биреү мәсьәләләре буйынса фекер алышыусыларҙы көтә; “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолған “Йәншишмә” майҙансығында дәүләт тел сәйәсәте мәсьәләләре буйынса эшлекле һөйләшеүҙәр көтөлә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уңышлы, һөҙөмтәле үтһен, тип изге теләктәрен еткерә Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәғиҙә Истәкова.

-Туған телебеҙҙең мөмкинлектәрен киңерәк йәйелдереү буйынса эштәребеҙҙе артабан да туҡтауһыҙ дауам итһәк, иң - иң ҡәҙерле ҡомартҡыбыҙҙы замана мәғлүмәт - коммуникация технологияларында, Интернет киңлектәрендә даими ҡулланһаҡ, телебеҙ тағы ла ҙурыраҡ кимәлдә бар донъяла билдәлелек алыр. Шулай уҡ, киләсәктә башҡорт ғаиләһе мәнфәғәтенә, уның рухи ҡиммәттәренә иғтибарҙы һәм ихтирамды арттырыуҙы күҙ уңында тотһаҡ һәм телде белеү, өйрәнеү, һаҡлау тап ғаиләнән башлана икәнлеген тәрбиә эшендә онотмаһаҡ, шул яҡшы.

Иң мөһиме һөнәрҙәштәремдең милли матбуғатты үҫтереүҙә, тиражын арттырыуҙа һөҙөмтәле, әүҙем эшләүе бик кәрәк. Форсаттан файҙаланып, шуны әйткем килә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын берләштереүсе ошондай мәртәбәле майҙансыҡтар, оло ҡорҙар үтеүе бик тә яҡшы. Алдағы көндә үтәсәк съездың эшендә уңыштар, яҡшы башланғыстар, матур уй - фекерҙәр, илебеҙ алдында торған ябай булмаған яуаплы осорҙа еңеүҙәр теләйем. Ил - Йортобоҙға тыныслыҡ килһен, егеттәребеҙ имен - һау йәшәгән йорттарына ҡайтып инһендәр. Үҙ телебеҙҙә киң аралашҡан ғаиләләр артһын, телебеҙҙе өйрәнеүселәр күберәк булыуын теләйем. Бөтә Рәсәй кимәлендә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына мине райондаштарым, һөнәрҙәштәрем делегат итеп күрһәткән икән, һис шикһеҙ ышаныстарын аҡлаясаҡмын. Мәртәбәле сарала мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яҡындан ҡатнашасаҡмын. Үтәсәк II БөтәРәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезы эшлекле булырына ышанысым ҙур. Мин съездың тәүге өлөшөндә Өфө фән һәм технологиялар университетында "Заманса башҡорт теле: яңы ҡараш" темаһын үҙ эсенә алған "ГӨЛӨСТАН" дикуссия майҙансығы эшендә һәм артабан Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡатнашлығында пленар төп өлөштә ҡатнашасаҡмын. Бында мөһим һорауҙар хәл ителер, алдағы көнгә матур пландар ҡоролор. Иң мөһиме, тыныслыҡ булһа, барыһы ла ыңғай буласаҡ! - тигән теләктә Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы.

Автор: Рушан Баимов
Читайте нас