Йәмғиәт
27 Апрель 2025, 09:10

Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!

25 апрель көнө Байназар ауылы моделле китапханаһында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү Йылы сиктәрендә "Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!" исеме аҫтында ҙур күләмле сара үтте.

Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!

Байназар ауылы мәҙәниәт йорто директоры, яугир интернационалист Сәғит Ғизетдин улы Алтынбаев һәм модулле китапхана китапханасыһы Сәлиә Ишбулатова менән берлектә китапхана белгесе, Хәрби тематика менән һуғарылған шәп проекттың етәксеһе Гөлсиә Фаил ҡыҙы Буранбаева инициативаһы менән Байназар ауылы биләмәһе ауылдарында йәшәүселәр ҡатнашлығында үткән сара шиғыр һөйләүселәр, һүрәт төшөрөүселәр һәм "Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ!" ижади эҙләнеү эштәре этаптарын үҙ эсенә алған ине.

Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым, Ҡурғашлы ауылдарынан килгән утыҙҙан ашыу конкурсанттар сарала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән әүҙем ҡатнаштылар.

Йәш үҙенсәлектәре буйынса, конкурсанттарҙың сығышына баһалама ағзалары - шиғыр һөйләү оҫталары Байназар һәм Яуымбай мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Исмәғилева Нурзилә Сәғит ҡыҙы, Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы һәм Байназар ауыл мәҙәниәт йортоноң клуб белгесе Нажия Фитрат ҡыҙы Ишҡыуатовалар ғәҙел баһа бирҙеләр. Бөтәһе утыҙға яҡын сығыш яһаусы сәхнәлә лайыҡлы һынау тотто.

Сара барышын тәрбиәселәр Рәмзиә Мазһар ҡыҙы Үтәбаева һәм Зүлиә Наил ҡыҙы Маликова етәкселегендә Байназар ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре илһөйәрлек рухы менән байытылған сағыу концерт номерҙары менән биҙәнеләр. Уларҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. 5 уҡыусының эҙләнеү эштәрен Байназар мәктәбе уҡытыусылары Нәсимә Сабир ҡыҙы Салауатова һәм Әсмә Әхтәм ҡыҙы Шәриповалар баһаланы.

Һөҙөмтәлә Иҙел Ҡарағолов - "Йәш эҙләнеүсе" номицияһы еңеүсеһе булһа, Камила Исламғолова III урынға, Әмир Мөхәмәтйәнов, Динир Иманғолов II урынға, Әлимә Мостафина Абсолют Еңеүсе исеменә лайыҡ булдылар. Еңеү көнөнә арналған 33 эшкә - һүрәттәргә рәссам, ветеран уҡытыусы Ильяс Мәхмүтдин улы Муллағолов баһа ҡуйҙы.

Беренсе урын Байназар мәктәбенән Исламғолова Фирүзәгә, 2-е урын Тләүсин Илгизгә һәм Хөбөтдинова Нәргизәгә, 3-сө урын Мөхәмәтйәнова Амалияға, Ҡарағолова Эльвинаға һәм Мораҙым ауылынан Мөхәмәтйәнова Дианаға бирелде.

3 йәштән 7 йәшкә тиклемгеләр араһында Байназар ауылы мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүселәре Ралина Һатыбалова, Илсур Рәхимов, , Яуымбай мәктәбе мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүсеһе Асия Шәриповалар яуланы.

7-9 йәшлектәр араһында Яуымбай ауылынан мәктәптең 5 - се класс уҡыусыһы Шәрипов Ислам 1-се урын, Байназарҙан Юлиә Шакирова 2- се урын, Ислам Әхмәтов, Рамаҙан Мөхәмәтйәнов, Аделина Хәйбуллиналар 3- сө урынға сыҡтылар.

8-12 йәшлектәр араһында Байназарҙан Диана Тләүсина 1-се урын, Мәһәҙей мәктәбенән Ынйы Шаһымәрҙәнова, Гүзәлиә Ишимова, Мораҙымдан Арина Моратшиналар 2-се урын яуланылар. Мәһәҙейҙән 3 -сө класс уҡыусыһы Аяз Шаһымәрҙәнов, Яуымбайҙан Ильяс Шәрипов, Ҡурғашлынан Рәиф Сирбаевтар 3-сө урынға лайыҡ булдылар.

13- 16 йәшлектәр араһынан Ҡурғашлынан Байназар мәктәбе уҡыусыһы Прокопчик Анастасия "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһе булды.

17- 35 йәшлектәр араһынан Яуымбай мәктәбенең мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе Лилиә Булат ҡыҙы Шәрипова Гран - Приға лайыҡ булды.

Ә инде шиғыр һөйләүселәр араһында үҙ йәштәре буйынса 35 йәштән өлкәндәр араһынан Гран - прины Байназар ауылынан мәғариф ветераны Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы, 2 - се урынды Мораҙымдан хеҙмәт ветераны Рәйлә Мөҙәрис ҡыҙы Тимерғәлина, Яуымбай мәҙәниәт йортоноң клуб белгесе Маликова Илүзә Бүләк ҡыҙы, 3-сө урынға Байназарҙан сәхнә ветераны Әлфирә Солтангәрәй ҡыҙы Муллағолова, Ҡурғашлы ауылынан Байназар мәктәп - интернаты тәрбиәсеһе Альбина Мөхәрләм ҡыҙы Уразаева, Яуымбайҙан шиғыр яратыусы әсә Ишбаева Гәүһәр Сәғәҙәтдин ҡыҙы лайыҡ булдылар.

Мәһәҙейҙән хаҡлы ялдағылар Сәмиға Әбүталип ҡыҙы Ирбулатова "Шиғри күңел", Гәүһәр Хәйбрахман ҡыҙы Күжиәхмәтова - "Илһөйәрлек" номинацияһы еңеүселәре.

Сығыш яһаусыларҙың был конкурста әүҙем ҡатнашыуы, тырышлыҡтары, ижадҡа ҙур ынтылыштары булыуы маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Барлыҡ ҡатнашыусылар билдәләнгән урындар, номинациялар буйынса Байназар моделле китапханаһының Маҡтау ҡағыҙҙарына, Дипломдарына, ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ булдылар.

Яуымбайҙан Лилиә һәм Ирғәле Шәриповтар ғаиләһенең районда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем булыуҙары был конкурста ла асыҡ күренде: әсәләре Лилиә Булат ҡыҙы Шәрипова ҡыҙҙары Асия, улдары Ислам, Ильяс менән ҙур сәхнәгә сығып, конкурстың уртаһында ҡайнауҙары үҙе ҙур өлгө!

Был шәп Шәриповтар ғаиләһенең әүҙем тормош позицияһын билдәләп, баһалама ағзаһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы тарафынан Бөрйән районы башҡорттары Ҡоролтайы исеменән аҡсалата бүләк тапшырылды.

Ҡотлау шиғыры менән сығыш яһаусы күп һанлы район, республика шиғриәт һөйөүселәр конкурстары лауреаты Нажия Фитрат ҡыҙы Ишҡыуатованың Бөйөк Еңеү көнөн данлаған шиғыры көслө алҡыштарға күмелде. Ул үҙенең шәхсән бүләк -тортын конкурсты матур сығыштары менән йәмләгән Байназар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә тапшырҙы.

Сараны алып барыусы Гөлсиә Фаил ҡыҙы һүҙ алып, конкурсанттарҙы әҙерләп алып килеүсе етәкселәренә - Мәһәҙейҙән Зинира Хәсәноваға, Зәлиә Ғарифуллинаға, Әлфиә Ишимоваға, Фәйләрә Ғайсинаға, Мораҙымдан Гөлмира Галинаға, Фәриә Малакаеваға, Яумбайҙан Разия Кинйәкәеваға, Хәлиҙә Назароваға, Лилиә Шәриповаға, Байназарҙан Рәмзиә Үтәбаеваға, Нурзилә Исмәғиловаға, Лилиә Науразбаеваға, Эльза Ҡарағоловаға, Айһылыу Мөхәмәтйәноваға, Азамат Баязитовҡа, Ҡурғашлынан Альбина Уразаеваға, шулай уҡ баһалама ағзаларына, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе Бөрйән район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Илфат Барый улы Исламовҡа һәм "Шүлгән - Таш" музей комплексы етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм был сарала ҙур теләк менән ҡатнашыусыларҙың һаны күп булыуына ҡыуаныуын белдерҙе.

Сараның икенсе өлөшөндә сарала ҡатнашыусы олоһо - кесеһе, дәһшәтле һуғыш осорон иҫкә алып, Рәйлә Шәрәфетдин ҡыҙы Маликова бешергән телде йоторлоҡ "Һалдат бутҡаһы"нан ауыҙ итте.

Зауыҡлы итеп эшләнелгән, Бөйөк Еңеү көнөнә, махсус хәрби операцияға арналған фотозоналар, стендтар янында барып ингәндән алып аҙағынаса һәр кем иҫтәлеккә фотоға төштө. Илһөйәрлек сараһын ойоштороуға күп көс һалған ялҡынлы китапханасы, проекттың авторы Гөлсиә Фаил ҡыҙы Буранбаеваға, Байназар ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе, яугир - интернационалист Сәғит Ғизетдин улы Алтынбаевҡа һәм модулле китапхана хеҙмәткәре Сәлиә Вәлимөхәмәт ҡыҙы Ишбулатоваға сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн ҡыуанып, барыһы ла рәхмәттәр әйтеп, бай тәьҫораттар менән, ойоштороусыларҙың артабанғы эштәрендә уңыштар теләп таралышты.

Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Еңеү һүҙе һәр саҡ хәтерҙә!
Автор:Сәйҙә Сәйәхова
Читайте нас