Йәмғиәт
26 Апреля 2025, 14:44

Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!

Эйе, Аллаһ Раббыбыҙ насип итһә, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк ише матур - матур йорттар ҡалҡҡан Бөрйән биҫтәһендә, Сейәлеморонда районыбыҙҙың билдәле шәхесе - Ҡөрьән хафиз (тотош Ҡөрьәнде яттан белеүсе диндар), халыҡ табибы, заманында башҡорттоң бөйөк шәхесе Әхмәтзәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт мәҙрәсәһендә 25 йыл дини ғилем алып, олуғ дәрәжәләргә эйә булған легендар яҡташыбыҙ - Яңы Собханғол ауылы уҙаманы, халыҡ телендә ҡарый мулла тип йөрөтөлгән (һуҡыр килеш Аллаһ китабын ятҡа бикләүсе уҡымышлы кеше) Вәлиев Зәйнетдин Шәйхетдин улының исемен йөрөтөүсе мәсет төҙөләсәк.

Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!

Бөгөн, йәғни 26 апрелдә, Зәйнетдин хәҙрәттең вариҫтары, атап әйткәндә, улы Әхмәтзәки Зәйнетдин улы Вәлиев атаһының исемен йөрөтәсәк мәсеттең нигеҙе ҡотло булһын, төҙөләсәк Аллаһ йорто киләсәктә халҡыбыҙға дини ғилем таратыуға булышлыҡ итһен, тигән изге ниәттә ҡорбан салдырып, биҫтә халҡын, матур сараға килгән ҡунаҡтарҙы ҡорбан ашы, тәмле сәй менән һыйланы.
Юлай хәҙрәт Теләүбаевҡа эйәреп өйлә намаҙын уҡығас, халыҡ мосолман ҡәрҙәштәребеҙ Ринат һәм Лилиә Буранбаевтар осһоҙ хаҡҡа ғына ҡороп әҙерләгән күп кеше һыймалы аҡ сатыр эсенә инде.
Буласаҡ мәсеттең хужаһы Радик хәҙрәт Шәрәфетдинов үҙҙәренең ниәт - маҡсаты, сара программаһы менән таныштырғас, Инсур хәҙрәт Хәйбуллин Ҡөрьән уҡып, райондың имам - мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов матур итеп доға ҡылды.

"2019 йылда уҡ ошо йәштәр биҫтәһенә мәсет төҙөү тигән ниәт менән яндыҡ. 2021 йылда ошо тау итәгендә мосолман ҡәрҙәштәр менән ултырып доға ҡылдыҡ. Беҙҙең идеяны район мөхтәсибәте, Иҫке Собханғол ауылы хакимиәте, имамдар старостаһы Шәһит хәҙрәт күтәреп алды. Ниһайәт, күмәк көс һәм бер ниәт - Аллаһ ризалығы өсөн ошонда мәсет төҙөргә ҡарар ҡылдыҡ. Бөгөн мәсет нигеҙенә ҡорбан салдырып, изге эшкә тәүәккәлләргә", - тине Радик хәҙрәт Шәрәфетдинов.

Артабан райондың имам - мөхтәсибе Хәсән Әхтәм улы Зарипов райондағы дини эштәр, мәсеттәр төҙөлөшө, үткәрелгән саралар, йәкшәмбе мәктәбендә өлгәшелгән уңыштар хаҡында тәфсилләп бәйән итте.
"Әлхәмдүлилләһ, Аллаһы Тәғәлә районға бәрәкәтен бирә - район үҙәгендә "Фурҡан" йәмиғ мәсетен рәсми рәүештә аса алдыҡ, әле подвалда эштәр ҡайнай - ике класс уҡырлыҡ бүлмәләр, 12 кешегә иҫәпләнгән ятаҡ, ашхана буласаҡ, Ағиҙел ҡасабаһында "Мөжәүир" мәсете инде ғибәҙәт ҡылырлыҡ хәлдә, Брәтәктә, Яңы Мөсәттә мәсеттәр төҙөлөп бөтөү өҫтөндә, Баҙал биҫтәһендә мәҙрәсәгә нигеҙ эшләтергә уй. Ҡыҫҡаһы, районда дин эштәре әүҙем генә бара. Йәкшәмбе мәктәбе ихлас эшләй. Йәш мөслимәләр яңынан - яңы идеяларҙы бойомға ашыра, егеттәребеҙ һәр эштә терәк.
Шулай ҙа халҡыбыҙға ғәфләт йоҡоһонан уянайыҡ, динебеҙгә йөҙөбөҙ менән боролоп, Аллаһ ебенә берҙәм тотонайыҡ, тип өндәшкем килә," - тине.

Сығыш яһаусы хәҙрәттәр дин эштәрендә берҙәм, әүҙем булырға, изге эштәрҙә ярышырға саҡырҙы.

Ҡарый мулланың улы Әсҡәт ағай атаһы хаҡында матур иҫтәлектәрҙе бәйән итте: "Атай мәрхүм менән йәйәү ҙә, атта ла күп йөрөнөм. Ишембай районының Көҙән ауылында сирек быуат уҡып, абруйлы ғалимдар алдында имтихан тотоп,Ҡөрьән хафиз исеменә лайыҡ булып ҡайтҡас та, халҡыбыҙға дини ғилем таратыу юҫығында арымай - талмай эшләне. Уны Магнитогорск, Түбә яҡтарына оло Ҡөрьән мәжлестәренә даими саҡырҙылар. Күҙе күрмәгәс, мин уны гел алып йөрөнөм. Бөтә ерҙә уны Бөрйән ҡарыйы, тип ихтирам иттеләр. Тома һуҡыр булһа ла бер намаҙын ҡалдырманы.Теле бай, һүҙе үткер булды. Мөнәжәттәр әйтер ине - тауышы яңғырап торҙо."

Радик хәҙрәтте күтәрмәләшергә әле үҙе имам - хатиб булараҡ эшләп йөрөгән Нәби ауылы вәкилдәре лә килгән. Буш килмәгән нәбиҙәр - изге эшкә башланғыс тип, бер банка аҡса тотоп килгәндәр.
Ҡорбан ашы матур вәғәздәр, дәғүәтле һүҙҙәр менән аралаш уҙҙы.
Мул һыйҙан һығылып торған аш табынын ҡарый мулланың вариҫтары - Вәлиевтар ихлас әҙерләгән.

Эйе, мәсеттәр - Аллаһ йорттары. Райондың 34 ауылының 32-һендә изге йорттар төҙөлә йәки эшләп тора икән,ысынлап та,Бөрйән ере Аллаһ рәхмәтенән мәхрүм түгел, тигән һүҙ.
Яңы биҫтә - Бөрйән биҫтәһенең хозур төбәге Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете лә ҡалҡыр, иншәә Аллаһ! Башланған эш - бөткән эш, ти халыҡ мәҡәле. Ниәт - ярты эш, тиҙәр. Бөрйәндәрҙең ниәте изге - Аллаһы Тәғәләгә тәүәккәл генә ҡылыр кәрәк!

Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!
Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас