Тикшереү үткәреүсе әйҙәүсе ветеринария табибы Рәйсә Комаристова:
-Лабораторияла инвазион ауырыуҙарға тикшерәбеҙ, вирусҡа пцр алабыҙ, дауалау ысулдарын өйрәтәбеҙ.
Әгәр ҙә берәй ҡортсоноң бал ҡорттарында ауырыу асыҡланған икән, умарталарҙы урындан-урынға күсереп йөрөтөү тыйыла, урында ғына дауалау үткәрергә кәрәк.
Ошонда уҡ балға ла тикшереү үткәрәбеҙ. Ҡорттарҙы дауалағандан һуң балда антибиотик, башҡа матдәләр табылыуы мөмкин. Был осраҡта балды һатыуға сығарырға рөхсәт итмәйбеҙ.
Бөрйән районында бөтә ҡортсолар ҙа лаборатор тикшереүҙәрҙе етди ҡабул итә. Әлегә тиклем бында ауырыу асыҡланғаны юҡ. Быға райондың күп өлөшөнөң ҡурсаулыҡ территорияһына ҡарауы һәм умарталыҡтарҙың бер-береһенән алыҫ урынлашыуы сәбәпселер тип фаразлайым.