Йәмғиәт
3 Апрель 2025, 08:50

"Управдом" форумы үтте

Район хакимиәтенең акттар залында сираттағы “Управдом” форумы үтте. Унда район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин, уның урынбаҫарҙары, БР-ҙың күп фатирлы йорттарға капремонт НОФ РО-ның баш белгесе Ю. Исхаҡов, Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе башлығы Р. Шахниязов, ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары вәкилдәре, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҡатнашты.

"Управдом" форумы үтте"Управдом" форумы үтте
"Управдом" форумы үтте

Көн тәртибендә уҙған йылда үткән “Управдом” форумында хәл итеүҙе талап иткән һорауҙар, көнкүрештә газды хәүефһеҙ ҡулланыу айлығы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен ваҡытында түләү һәм капремонтҡа хаҡтар күтәрелеү мәсьәләләре ҡаралды.

Форум аҙағында асыҡтан-асыҡ фекер алышыу булды. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр яҙлы-көҙлө йорттар алдында ҙур күләүектәр барлыҡҡа килеүен, шул арҡала күп уңайһыҙлыҡтар тыуыуына зарланды. Был йәһәттән тейешле ойошмаға һыу ағыу каналын таҙартыу эше йөкмәтелде. Шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙың вәкилдәре тарафынан йорттарға адреслы таҡталар ҡуйыу, биләмәләге соҡорҙарҙы ямау кеүек мөрәжәғәттәр булды.

"Управдом" форумы үтте
"Управдом" форумы үтте
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас