-Байрам сараларына республикала йәшәүселәрҙең күпләп килеүе күҙаллана. Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә арналған сараларҙы, атап әйткәндә, Өфөләге тантаналы парадты ҡарарға халыҡ күпләп йыйыласаҡ. Беҙ максималь халыҡ йыйылған урындарҙағы хәлде тулыһынса контролдә тоторға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика буйынса Эске эштәр министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Сәйфуллин хәбәр итеүенсә, йәмәғәт тәртибен һәм граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн идара итеү ҡарарҙары әҙерләнгән, оператив штаб булдырылған.
- Башҡортостанда Эске эштәр министрлығы етәкселегенең дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара менән үҙ – ара килешеп эш итеүе яйға һалынған, сараларҙы ойоштороусылар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрелә, - тип билдәләне Артур Сәйфуллин.
Ултырышта шулай уҡ транспорт инфраструктураһы объекттарының террорға ҡаршы һаҡланыуын көсәйтеү буйынса саралар ҡаралды. Эш йомғаҡтары буйынса май байрамдары осоронда ведомство-ара эш итеү тәртибе, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшенең төп йүнәлештәре билдәләнде.
– Бөтә көстәр һәм средстволар теракттар хәүефенә, республиканың теләһә ҡайһы нөктәһендә йәмәғәт тәртибенә янауҙарға яуап бирергә әҙер булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.