Йәмғиәт
20 Март 2025, 10:25

Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Патриот» паркында уҙғарған тыуған көнөндә «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә яңы йола һәм дәрт алған урын тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрәБашҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә

"Икенсе тапҡыр «Патриот» паркында тыуған көнөмдө бөтә Башҡортостандан йәштәребеҙ менән ҡаршылайым. Был минең аңлы ҡарарым һәм минең һайлауым. Сөнки был егеттәр-беҙҙең балаларыбыҙ, киләсәгебеҙ. Һәм мин уйланым: тыуған көнөмдә иң яҡшыһы – улар менән тормош тәжрибәм, ир-аттың ниндәй булырға тейешлеге һәм нимә эшләргә тейешлеге тураһында шәхси күҙаллауҙарым менән уртаҡлашыу. Һәм мин бынан рәхәтлек алам: мине бөтәһе лә ҡотлаған көндә, мин был егеттәр менән шатлығым, йылы хистәрем менән уртаҡлашам. Улар тиҙҙән илебеҙҙе һаҡлаясаҡ. Шуға күрә үҙ алдыма бурыс ҡуям: был көндө уларға мөһим һәм кәрәкле нәмәләр бирергә»,-тип уртаҡлашты Радий Хәбиров.

"Патриот" паркы осрашыу урыны итеп аңлы рәүештә һайлана: был буласаҡ ир-егеттәрҙең характерын формалаштырыу өсөн иң уңайлы майҙансыҡ. Советтар Союзында үҫкәндәрҙең барыһы ла «Зарница»уйынын хәтерләй. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, тап "Патриот" та хәрби-тактик уйындар өсөн шарттар тергеҙелә.

"Бында беҙ бындай уйындар үткәреү өсөн максималь шарттар булдырабыҙ- заманса алышты тергеҙеү өсөн элементтар бар: пилотһыҙ осоусылар осоп йөрөй, тактик медицинаны өйрәнеү өсөн шарттар булдырылған. Балалар билдәле бер курс үткән, ысын ир белергә тейешле ниндәйҙер төп нәмәләрҙе үҙләштергән. Ошо биш көндә егеттәр тормош өсөн ниндәйҙер файҙалы күнекмәләр алыр тип ышанам", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Азат Гиззатуллин

Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Башҡортостан Башлығы ни өсөн тыуған көнөн "Патриот" паркында үткәрә
Автор:
Читайте нас