Яҙғы ташҡын башланғанға тиклем һәм ташҡын осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү сараларын ойоштороу һәм үткәреү планы раҫланды. Был осорҙа ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә яҙ көнө һыу объекттарында бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырырға ярҙам итәсәк эшмәкәрлек алып барырға тәҡдим ителә:
-Боҙҙа кешеләр, бигерәк тә балыҡсылар йыйылған урындарҙы билдәләү буйынса профилактик төркөмдәр булдырырға һәм халыҡ менән яҙғы осорҙа һыу объекттарында үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре буйынса иҫкәртеү, пропаганда эше алып барырға;
- Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 13.12-се статьяһы буйынса Административ хоҡуҡ боҙоуҙар йүнәлешендә протоколдар төҙөргә вәкәләтле район һәм ауыл хакимиәттәре Административ комиссияларының профилактик төркөмдәренең эшен әүҙемләштерергә. (Боҙҙоң ҡалынлығы 7 см-ҙан кәмерәк булһа, кешеләргә боҙға сығыу тыйыла);
-Кешеләр һәм транспорт саралары өсөн боҙға сығыу рөхсәт ителмәгән урындарҙа “Боҙ өҫтөндә хәрәкәт итеү тыйыла!” тигән билдәләр ҡуйырға;
-Һыу ятҡылыҡтарына, йылғаларға яҡын урынлашҡан йорттарҙа йәшәгән халыҡ менән, балыҡсылар менән яҙғы йоҡа боҙға сығыу рөхсәт ителмәүе һәм хәүефлелеге, ата-әсәләргә балаларын күҙ уңында тотоу кәрәклеге тураһында аңлатма эштәре ойошторорға;
-Район хакимиәте, полиция бүлексәһе, 73-сө янғын һүндереүҡотҡарыу часе хеҙмәткәрҙәре, мәғариф, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә кешеләр боҙға сыға торған урындарҙа патруллек итеүҙе ойошторорға;
-Район мәғариф бүлеге һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы етәкселегенә “Хәүефле яҙғы боҙ” иҫкәртеү операцияһы сиктәрендә балалар хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүлергә;
-Мәктәптәрҙә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән яҙғы осорҙа һыуҙа һәм боҙҙа хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеү һәм үтәү буйынса, һыуҙа кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлау ҡағиҙәләре талаптары тураһында аңлатыу эштәре алып барырға. Яҙ көнө һыу ятҡылыҡтарында балаларҙың үлеменә юл ҡуймауға йүнәлтелгән дәрестәр, осрашыуҙар, әңгәмәләр, конкурстар, викториналар, уйындар һәм ярыштар ойошторорға.
Был осорҙа өлкәндәргә балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, уларға иғтибарҙы икеләтә көсәйтергә кәрәк. Балаларға боҙҙа уйнау ваҡыты үтеп киткәнлеген, йылға йәки һыу ятҡылығы янында уйнау хәүефле икәнлеген иҫкәртеү бик мөһим.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!