Йәмғиәт
28 Февраль 2025, 11:27

Батыр исеме - уҡыусылар йөрәгендә

Иҫке Собханғол мәктәбендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған Мөхәмәтдинов Салауат Флүр улы иҫтәлегенә 2-4 кластар араһында "Сафта йөрөү һәм йыр смотры" конкурсы үткәрелде.

Батыр исеме - уҡыусылар йөрәгендәБатыр исеме - уҡыусылар йөрәгендә
Батыр исеме - уҡыусылар йөрәгендә

Сараға яугирҙың әсәһе Фәйрүзә Әбүзәр ҡыҙы, атаһы Флүр Шәрифулла улы, ҡатыны Көнһылыу Хәлил ҡыҙы, беренсе уҡытыусыһы Зәкиә Йәмил ҡыҙы саҡырылды.

Һәр класс отрядының сығышы тышҡы ҡиәфәт, сафтағы тәртип, рапорт тапшырыу, боролоштар яһау, сафта атлау, йыр башҡарыу күрһәткестәре буйынса баһаланды. Балалар үҙҙәрен ысын һалдаттар итеп тойҙо, яуаплы эште аҙағына тиклем алып барып еткерҙе. Ярышта ҡатнашҡан уҡыусыларға Салауат Флүр улының туғандары иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Батыр исеме - уҡыусылар йөрәгендә
Батыр исеме - уҡыусылар йөрәгендә
Батыр исеме - уҡыусылар йөрәгендә
Автор:
Читайте нас