Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала яҙыусыға арналған исемле почта конверты менән таныштырыу юбилей сараларының береһе булды. Китапхана яҙыусының китаптары күргәҙмәһен әҙерләгән.
— Был минең өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға, - тип билдәләне тантанала ҡатнашыусыларҙың береһе, яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова. Был конверттарҙың Бөтә Рәсәй буйлап таралыуы бик символик, сөнки үҙ ваҡытында бөтә Советтар Союзы буйлап Яныбай Хамматовтың романдары таралған. Улар бер ҡасан да китапханаларҙа һәм китап магазиндары кәштәләрендә оҙаҡ ятмаған. Был бөйөк яҙыусының иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеге, ул бөтә ил уҡыусыларына халҡыбыҙҙың героик үткәнен еткереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән.
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ленард Шафиҡов билдәләүенсә, республика өсөн мөһим ваҡиғаларҙы һәм кешеләрҙе мәңгеләштереүсе конверттар серияһын милли мәҙәни продукт тип иҫәпләргә мөмкин.
Яныбай Хамматов һүрәте менән Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы сығарған уникаль маркалы конверттарҙың тиражы — бөтәһе 50 мең дана. Почта конвертының презентацияһы һәм почта мисәтен һуғыу тантанаһы 13 февралдә республиканың Милли китапханаһында Федераль почта элемтәһе идаралығы һәм Яҙыусылар союзы ҡатнашлығында үтте. Тантанала ҡатнашыусылар тәүге конверттарҙа штемпель эҙҙәрен генә түгел, ә үҙҙәренең автографтарын да ҡалдырҙы. Ә икенсе көндән башҡорт яҙыусыһы хөрмәтенә конверттар әйләнешкә инде.
Юбилей саралары яҙыусының тыуған төйәгендә — Белорет районында ла планлаштырылған, унда китапхана, урам Һәм Башҡорт гимназияһы уның исеме менән аталған. Белорет гимназияһында март айында «Хамматов уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Шулай уҡ «Яныбай Хамматов Кабинеты» мини-музейы асыла, уны биҙәү менән яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова шөғөлләнә.
Яныбай Хамматов, мәктәптә уҡыған сағында уҡ, йәйге каникулдарҙа алтын приискыларында эшләй, унда эҙләүселәрҙең ауыр тормошо менән таныша. 1942 йылда ул фронтҡа китә, унда хәрби ҡаҙаныштары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә. Демобилизациянан һуң Яныбай Хамматов Әүжән алтын приискыһында эшләй, шул уҡ ваҡытта ул үҙенең беренсе хикәйәһен яҙа. Уның мәҡәләләрен һәм шиғырҙарын район гәзите баҫтыра. 1956 йылда яҙыусы Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм үҙен тулыһынса әҙәби хеҙмәткә бағышлай.
1966 йылдан яҙыусылар Союзы ағзаһы. Уның иң билдәле романдары — «Бөртөкләп йыйыла алтын» һәм «Төньяҡ амурҙары» романдары, унда Яныбай Хамматов 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктарының батырҙарса ҡатнашыуын күрһәтә. «Башҡорттар китте һуғышҡа...» романында яҙыусы Генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юл тураһында һөйләй.
Яныбай Хамматов егермегә яҡын роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйәләр яҙған. Уның әҫәрҙәре рус, украин, әзербайжан һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Емешле әҙәби эшмәкәрлеге өсөн уға «РСФСР-ҙың Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»тигән маҡтаулы исем бирелгән. Прозаик бик күп әҙәби премиялар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт наградаһы лауреаты. Яныбай Хамматов 2000 йылдың 28 сентябрендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.
Фото: Альберт ЗАГИРОВ