Йәмғиәт
18 Ғинуар 2025, 14:24

Тыныс йоҡлағыҙ, яугир яҡташтар..

Бөгөн бөрйәндәр махсус хәрби операцияла һәләк булған ике яугирын һуңғы юлға оҙатты.

Махсус хәрби операция барышында Иҫке Собханғол ауылынан Аминев Ришат Хәлил улы һәләк булды. Ришат Хәлил улы 1971 йылдың 11 июлендә Иҫке Собханғол ауылында тыуған. 1978-1988 йылдарҙа Ағиҙел урта мәктәбендә белем алғандан һуң 1989-1991 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә. Район эске эштәр бүлегендә эшләй. 2007-2012 йылдарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетында белем ала. Бер йыл Яңы Мөсәт мәктәбендә эшләгәндән һуң, 2008 йылдан тыуған мәктәбендә уҡыусыларға география, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем бирә. 2024 йылдың 29 октябренән үҙ теләге менән контракт нигеҙендә махсус хәрби операцияға юллана.

 

 

Радмир Рәсүл улы Мәсәғүтов 1980 йылдың 10 ноябрендә ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килгән. 1987 йылда Яуымбай мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға килә. Мәктәптә уҡыған осоронда Радмир тәртипле, ололарға ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл, тырыш уҡыусы була. Төрлө конкурс, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. 1990 йылда Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенә 5 - се класҡа уҡырға бара. 1996 йылда ошо мәктәптә 9 класты яҡшы билдәләргә тамамлап, Ҡурғашлы һөнәрселек училищеһында тракторсы - машинист һөнәрен үҙләштерә. 1997 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы 132 - се һанлы профессиональ техник училищеһында уҡып, водитель һәм электр менән иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштерә. 2001 - 2003 йылдарҙа әрме хеҙмәтенә алынып, Приморье өлкәһендә мотоуҡсылар ғәскәрендә пулемётсы була. Хеҙмәт итеү осоронда үҙен яуаплы, сыҙамлы, дисциплиналы булыуы, хәрби бурыстарын ваҡытында теүәл үтәүсе итеп күрһәтә. Әрме хеҙмәтенән һуң, Яуымбай ауылы мәҙәниәт йортоноң ҡаҙанлығында эшләй. Унан һуң төрлө эштәрҙә бик тырышып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияға тиклем Шишмә районында "Төҙөлөш материалдары комбинаты" ойошмаһында (ООО "Комбинат строительных материалов") арматурщик булып эшләп йөрөгән. Радмирҙың Лиана исемле ҡыҙы үҫә. Батыр егетебеҙҙең әсәйе мәғариф ветераны, заманындағы алдынғы уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре - Айһылыу Сабирйән ҡыҙы Мәсәғүтова. Винер һәм Владик ҡустылары бар. Радмир Рәсүл улы 2024 йылдың 30 октябрендә үҙ теләге менән контракт нигеҙендә Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәү өсөн махсус хәрби операцияға юлланған.

Батыр егетебеҙҙең исеме мәңге хәтерҙә! Яугир яҡташтарыбыҙҙың туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Тыныс йоҡлағыҙ, яугир яҡташтар..
Тыныс йоҡлағыҙ, яугир яҡташтар..
Тыныс йоҡлағыҙ, яугир яҡташтар..
Автор:
Читайте нас