Бөрйән районында янғын һүндереү часы 1937 йылда барлыҡҡа килә. 2001 йылдан уны Хәкимов Шамил Ниғмәт улы етәкләй. Коллективта 35 кеше эшләй.
- Коллектив үҙ-ара бик татыу, һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итергә әҙер. Коллективта спорт менән шөғөлләнеүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, Сәйетбаталов Фәйез Вәғиз улы, Ғәзизов Наил Рауил улы волейбол уйнай, Хәсәнов Айрат Мортаза улы гирь спорты менән шөғөлләнә. Улар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы һәм район Хакимиәте үткәргән төрлө спорт ярыштарында, конкурстарҙа, мәҙәни сараларҙа даими ҡатнаша. Мәҫәлән, йыл һайын Иҫке Собханғол ауылы биләмәһендә һәм район мәҙәниәт йорто биләмәһендә яңы йылға фигуралар биҙәү буйынса конкурста ҡатнашабыҙ. Был яңы йыл фигураларын беҙҙә водитель Ҡунафин Фәйез Фаил улы эшләй һәм йыл һайын конкурс һөҙөмтәләре буйынса призлы урындар ала.
Көн һайын уртаса 7 кеше дежурға сыға. Хәрби расчетта 3 автоцистерна бар. Уларҙың икәүһе килгән саҡырыуҙарға 1 минут эсендә сыға.
Йыл дауамында янғын һүндереү-тактик күнекмәләре, төрлө объекттарҙы өйрәнеү менән янғын һүндереү-тактик, нормативтарҙы өйрәнеү дәрестәре үткәрәбеҙ. Шулай уҡ шәхси состав янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү эше менән дә шөғөлләнә. Ауылдарҙа үткәрелгән граждандар йыйылыштарында ҡатнашабыҙ, мәктәптәрҙә балаларға инструктаж үткәрәбеҙ.
Райондың 20 тораҡ пунктында янғын һүндереү һәм янғын һүндереү өсөн яраҡлаштырылған техника бар. Уларҙың барыһы ла йылытылған биналарҙа урынлашҡан. Ирекле янғын дружиналары ойошторолған.
Быйыл район биләмәһендә 35 янғын теркәлде, янғында 1 кеше һәләк булды. Янғындарҙың төп сәбәптәре булып ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр селтәрҙәренең һәм мейестәрҙең төҙөк булмауы тора. Ябай ғына янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һорайбыҙ:
-Өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын розеткаларҙан һүндерегеҙ;
-Өйҙә һәм мунсала яғылған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
-Бәләкәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
-Өй эсендәге сүп-сарҙы яндырмағыҙ.
Янғын сығыуына шаһит булһағыҙ, шунда уҡ 101 йәки 112 номерына шылтыратығыҙ һәм аныҡ адресын, районын, тораҡ пунктын, урамдың исемен әйтегеҙ. Шулай уҡ, янғын урынына янғын һүндереү ҡоролмаһын тиҙ арала ебәрһендәр өсөн, бер үк ваҡытта ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәренә лә хәбәр итегеҙ.
Райондың бөтә ҡотҡарыусыларын, шулай уҡ 73-сө янғын һүндереү - ҡотҡарыу часы ветерандарын Ҡотҡарыусылар көнө менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйем, - ти 73-сө янғын һүндереү-ҡотҡарыу часе етәксеһе Шамил Ниғмәт улы.